Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Июль , 08:25

Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!

29-30 июндә Иглин районының Пятилетка ауылы эргәһендәге "Терра" этно паркында етенсе тапҡырға төбәк-ара һыбай атыу һәм традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса "Мәргән уҡсы" фестивале үтте. Был турнирға төрлө төбәктәрҙән Силәбе, Пермь өлкәһенән, Һамар, Ҡалмыҡстан, Татарстандан 70-кә яҡын уҡсы йыйылған.

Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!

-Беренсе көндө ярыш Башкортостан республикаһының йыйылма командаһы составына һайлап алыу форматында үтте.
Беренсе көн ярыш уҡсыларҙы ямғыр, көслө ел менән ҡаршы алды әммә уҡсыларҙы бер ниҙә туҡтатманы һәр береһендә еңеү сәме күренеп тора ине.

Шулай итеп ярыш дистанциялары :
"Төрөк путаһы" сәбе - 70-60 метрҙан;
Урта Азия сәбе "Ҡалҡан" - 60-50 метрҙан;
Ҡаҙаҡ сәбе "Жамбы" - 30 метрҙан атыштар булды.

Өс ярышта йыйылған мәрәйҙәр һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан республикаһының йыйылма командаһы составына Бөрйәндәрҙән Юлбирҙин Салауат, Юлбирҙин Дим һәм Ишкилдина Наилә үтте,
Алла бирһә сентябрь айында Ҡаҙағстанда үтәсәк Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашасаҡтар.

Әйтеп үткәндә май айында Тверь ҡалаһында үткән уҡсылар турнирында ҡатнашып Рәсәй командаһының составына Бөрйәндәрҙән Ишкилдин Азат һәм Ишморатова Әлиә үтте.

Артабан ярыштың һөҙөмтәларенә ҡарап финалдар үтте.

Шулай итеп:

Төрөк путаһы сәбендә ҡатын -ҡыҙҙар араһында:
1се урын - Ишкилдина Наилә;
2се урын - Ишморатова Әлиә.
Ир- егеттәр араһында:
2се урын - Ишкилдин Азат;
3сө урын - Юлбирҙин Салауат.

Урта Азия сәбендә ҡатын -ҡыҙҙар араһында:
1се урын - Ишморатова Әлиә;
2се урын - Ишкилдина Наилә.
Ир- егеттәр араһында:
1се урын - Юлбирҙин Дим;
2се урын - Ғәбитов Илнур.

Ҡаҙаҡ сәбе "Жамбы", ҡатын -ҡыҙҙар араһында:
1се урын - Ишкилдина Наилә;
2се урын - Ишморатова Әлиә.
Әйтеп үткәндә, дөйөм 18 миҙалдан (урындан) 10-ыһын бөрйәндәр алды, шөкөр.

Афариндар 

Икенсе көн республика кимәлендә үткән төп ярыштарҙың береһе "Мәргән уҡсы"үтте.
Бөтәһе алты дициплина булды " Тиҙ Атыш ", " Биатлон", "Тере һыу ", "Һыбайлы ", "Һөжүм " һәм "Башҡорт сәбе".
Ярыш 93 метрҙан "Башҡорт " сәбенә атыуҙан башланып китте бөтәһе уң уҡ менән ете урауҙа аттыҡ. Иң лайыҡлы этаптарҙың береһе, бында ҡатын- ҡыззар араһында иң күп мәрәй йыйыусы Нурутколова Илузә булды - 23 мәрәй.

Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә 5 урын билдәләнде, ҡатын- ҡыззар араһында:

1 се урын - Ишкилдина Наилә ( 114 мәрәй);
5се урын - Нурутколова Илузә.

Ир- егеттәр араһында:

1 се урын - Юлбирҙин Салауат(184 мәрәй).
4се урын - Ишкилдин Азат.

Икенсе көн ярыштала Бөрйән уҡсылары һынатманы, афариндар.

Ятып ҡалғансы, атып ҡал, - тип хәбәр итә тәжрибәле уғатар Наилә Ишкилдина.

Алда ла уңыштар һеҙгә, уғатарҙар!

Бөрйән уҡсылары/Бурзянские лучники төркөмө мәғлүмәттәре һәм фотолары файҙаланылды.

Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Бөрйән уҡсылары – беренселәр рәтендә!
Автор:
Читайте нас: