Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Июнь , 09:05

Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!

24-26 июндә Өфө ҡалаһының Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы үтте. «Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Тарпандар» фольклор коллективы 1-се урын яуланы.

Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!
Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!

Түңәрәк етәксеһе - башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы. Әҫәрҙән өҙөктө сәхнәләштереүҙә үҙ ролдәрҽн 10 "А" класс уҡыусылары Илтимер Мырҙағолов, Ғәзинур Манапов, Арслан Күлбаев һәм Алик Хәкимов бик оҫта башҡарһа, Тимур Искаков компьютер эштәре буйынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Монасип балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Рәдиф Хәлитовтың сығышы (етәкселәре Ф. Хәлитова һәм Ф. Хәйруллина) «Урал батыр” эпосын яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһы, Аҫҡар мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Илзидә Ғиззәтуллинаның сығышы (ет. Г. Мырҙабулатова) «Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән өсөн» номинацияһы менән баһаланды. Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусыһы Ильяна Ҡарағолова (ет. А. Ҡарағолова) 3-сө урынға лайыҡ булды.

Афарин, йәш сәсәндәр!

Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!
Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!
Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!
Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!
Бөрйәндең йәш сәсәндәре һынатманы!
Автор:
Читайте нас: