Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Июнь , 08:10

Декрет ялында ла ижадтан айырылмай

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы – “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре Нурзилә Ҡасҡынова (Усманова) Милли музей ойошторған “Салауат батыр – мәңгелек” тигән конкурста икенсе урын яулаған.

Декрет ялында ла ижадтан айырылмай
Декрет ялында ла ижадтан айырылмай

-Хеҙмәттәшебеҙ, йәш әсә Нурзилә Усманова-Ҡасҡынова Милли музей ойошторған "Салауат батыр - мәңгелек" конкурсында ҡатнашып 2 урын алды. Ул шопперға Салауат Юлаевты уҡсы образында һынландыра.
"Декрет ялында туҡымаға, кейемдәргә һүрәт төшөрөү менән мауығып киттем. Ул миңә күңел ялы, илһам бирә", - ти Нурзилә.

Афарин! Ҡулыңдан һөйөн, илһамлы ижад теләйбеҙ, - тип хәбәр итәләр
"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм    төркөмөндә.

Декрет ялында ла ижадтан айырылмай
Декрет ялында ла ижадтан айырылмай
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: