Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Май , 08:00

Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!

21 май көнө Белорет ҡалаһында XXVI төбәк-ара “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр бәйгеһенең зональ этабы үтте. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең балалар ҙа ҡатнашып, район данын яҡлап лайыҡлы сығыш яһанылар.

Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!

 Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүсе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүсе конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең балалар ҙа ҡатнашып, район данын яҡлап лайыҡлы сығыш яһанылар.

«Урал батыр эпосын яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Ҡарағолова Ильяна (Яңы Собханғол ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы, етәксеһе - Ҡарағолова Альбина Йомағол ҡыҙы) һәм Ғиззәтулина Илзидә (Аҫҡар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы, етәксеһе - Мырҙабулатова Гөлнур Әйүп ҡыҙы) 1-се урын, Хәлитов Рәдиф (Иҫке Монасип ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, етәксеһе - Хәйруллина Флүрә Мозафар ҡыҙы) 2-се урын яуланылар.
«Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Тарпандар» фольклор коллективы (етәксеһе - Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы) 2-се урынға лайыҡ булды.
Мырҙағолов Илтимер "Иң яҡшы ир-егет образы" номинацияһында, Хәкимов Алик "Иң яҡшы костюмлаштырылған образ" номинацияһында еңеү яуланылар.
Афарин! Йәш таланттарыбыҙҙы һәм уларҙы әҙерләүсе етәкселәрен, ата-әсәләрен еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!

МКУ Бурзянский РОО

Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Йәш сәсәндәребеҙгә - афарин!
Автор:
Читайте нас: