-Был сара йыл да ойошторолоп тора һәм Башҡортостандың төрлө райондарынан уҡсыларҙы йыя. Быйылғы турнир, бер яҡтан, 2024 йылдың сентябрендә Ҡаҙағстанда үтәсәк “Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары”на әҙерлек булһа, икенсе яҡтан, хәйриә сараһы булып торҙо: һәр бер уҡсының иғәнәһе Үрге Яйыҡбайҙа йәшәүсе 7 йәшлек кескәй ҡыҙға - Баймөхәмәтова Нәзилә Артур ҡыҙына ярҙам итеп күсерелде.
Бөтәһе 50 уҡсы ҡатнашты, әммә килә алмаған уҡсылар ҙа хәйриә акцияһынан ситтә ҡалманылар.
Турнир ике өлөштән торҙо. Тәүге квалификация этабында "Төрөк путаһы" (ир-егеттәр-70м, ҡатын-ҡыҙҙар-60м) менән "Жамбы" (ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар-30 м) сәптәре булды. Финалдарҙа "Ҡалҡан" (ир-егеттәр-60м, ҡатын-ҡыҙҙар-50м) сәбенә атышып еңеүселәрҙе билдәләнеләр.
Бик көсөргәнешле атыштарҙан һуң беҙҙең иң көслө уҡсыларыбыҙ асыҡланды:
Ир-егеттәр араһында:
1. Өмөтбаев Тимур (Баймаҡ районы);
2. Юлбирҙин Салауат (Бөрйән районы);
3. Ғатауллин Илшат (Баймаҡ районы).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1. Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы);
2. Дәүләтова Гүзәлиә (Әбйәлил районы);
3. Вәлеева Динә (Учалы районы).
"Еңеүгә ынтылыш" номинацияларын да билдәләп үттеләр: ир-егеттәр араһында Рәис Низаметдинов (Өфө ҡалаһы), ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлдәр Әбдрәшитова (Бөрйән районы).
Квалификацияла булған ике дистанцияһының иң юғары һөҙөмтә алыусыларҙы ла билдәләп үттеләр:
"Төрөк путаһы" сәбендә иң күп мәрәй йыйыусылар Салауат Юлбирҙин (Бөрйән районы) менән Гүзәлиә Дәүләтова (Әбйәлил районы) булһа,
"Жамбы" сәбендә иң күп мәрәй йыйыусылар Тимур Өмөтбаев (Баймаҡ районы) менән Наилә Ишкилдина (Бөрйән районы) тип танылды.
Ғәҙәттәгесә махсус бүләктәр ҡуйылды. Был бүләктәрҙе Ғәбитов Илнур, Нурутҡолова Илүзә, Өмөтбаев Тимур, Дәүләтова Гүзәлиә, Ишкилдин Азат, Иҫәнбаев Наил, Әбрәшитова Гөлдәр, Сөләймәнова Самира, Буранғолова Гүзәл еңеп алды.
Сара бик матур үтте, көн торошо ла ҡыуандырҙы. Ошо ярышты ойошторған Рахманғолов Ғәфүргә, йыл да тәмле итеп аш һыу әҙерләгән Үрге Яйыҡбай ауылы старостаһы Вәлимә Яхия ҡыҙына, Сәғиҙә Зайнетдин ҡыҙына һәм дә ойоштороуҙа булышлыҡ иткән һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Нәзиләгә ауырыуҙан ҡотолорға, именлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә тип теләп ҡалабыҙ, - тип хәбәр итәләр Бөрйән уҡсылары/Бурзянские лучники
төркөмөндә.