Бер нисә йыл рәттән Иҫке Собханғол ауылының балалар баҡсаһында йөрөүсе малайҙар өсөн ойошторолған конкурс 16 февралдә район мәҙәниәт һарайында үтте. 14 конкурсант төрлө номинацияларҙа үҙ-ара һынау тотто.
Жюри ағзалары һөҙөмтәһе буйынса “Шәп егет-2024” исеменә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Шәмиғолов Нурислам лайыҡ булды.
1-се урында - Латыпов Йәмил (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы),
2-се урында - Динисламов Нурсолтан, Уразаев Әмир (“Баҙал” балалар баҡсаһы), Евстигнеев Богдан (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы),
3-сө урында - Назаров Илдан (“Баҙал” балалар баҡсаһы), Вәлиев Вилдан, Йәмғурсин Әмирхан (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы).
“Тәүәкәл батыр” номинацияһыда Алтыншин Арсен (“Ҡайынтүш” балалар баҡсаһы), “Һәләтле батыр” номинацияһында Мырҙабаев Динислам (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы), “Дарманлы батыр” номинацияһында Манапов Алсын (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы), “Зирәк батыр” номинацияһында Шәрипов Вилдан (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы) бүләкләнделәр.
Кескәй батырҙарға киләсәктә лә шәп егеттәр булып ҡалырға яҙһын!
("Район мәҙәниәт һарайы" төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды).