Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Февраль , 08:45

Раушания I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән!

Башҡортостан районы һәм ҡалаларынан, Ҡаҙағстандың Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк университетынан, Үзбәкстандың Учкудук ҡалаһынан, Хакасияның Абакан ҡалаһынан 130 уҡыусы, 17 студент ҡатнашҡан ҙур сарала Бөрйән ҡыҙы уңыш яулаған.

Раушания I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән!
Раушания I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “XVl Кейекбаев уҡыуҙары”республика фәнни-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан районы һәм ҡалаларынан, Ҡаҙағстандың Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк университетынан, Үзбәкстандың Учкудук ҡалаһынан, Хакасияның Абакан ҡалаһынан 130 уҡыусы, 17 студент ҡатнашты.
Ошо мәртәбәле сарала Иҫке Монасип урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Көнәфина Раушанияға ла ҡатнашырға насип булды. Ул үҙенең етәксеһе тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы менән 1-се этабына фәнни-эҙләнеү эшен ебәреп, 2-се этабына саҡырыу ҡағыҙын ҡулына алды. “Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау” секцияһында 18 уҡыусы араһында уңышлы сығыш яһап, I дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Раушанияны республика кимәлендәге ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ, - тип хәбәр итәләр Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Афарин, Раушания!

Сығанаҡ:     Иҫке Монасип Мәктәбе төркөмө.

 

 

Раушания I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән!
Раушания I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән!
Раушания I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән!
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: