Әсәйем ҡояш кеүек бер генә, ул минең берҙән- берем. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Әсәйем телеңде йоторлоҡ итеп бешеренергә, бәйләргә, шиғырҙар яҙырға ярата. Тәҙрә төптәрен тултырып гөл – сәскәләр үҫтерә, баҡсаһы ла гөрләп тора уның.
Спорт әсәйемдең яратҡан өлкәһе. Мәктәп йылдарынан алып ул волейбол, еңел атлетика менән шөғөлләнә. Мәктәптә, районда үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Минелә спортты яратырға өйрәтә. Бергәләп шахмат, шашки ла уйнап алабыҙ. Шулай уҡ, әсәйем мәктәптә ата – әсәләр комитеты составына инә. Йәмғиәт тормошо менән ҡайнап йәшәй.
Минең әсәйем шундай матур, ярҙамсыл, йомшаҡ күңелле, аҡыллы, егәрле. Мин әсәйемде бик ныҡ яратам һәм һәр эштә лә уға оҡшарға тырышам. Әсәйемде етеп килгән әсәйҙәр байрамы менән ҡотлайым. Уға ап-аҡ бәхеттәр, шатлыҡ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшендә уңыштар теләйем.
Динара Сәлимгәрәева