Эй, Хоҙайым, ғәфү итсе,
Хыялланып, шиғыр яҙғанға.
Әсәйемде ҡайтарыр инем,
Бер сәғәткә, бер минутҡа булһа ла.
Һинең йылы ҡосағыңда, әсәй,
Йомшаҡ ҡулдарыңдың наҙын тойоп,
Иң бәхетле бала булып,
Ултырыр инем бер минут.
Бармаҡтарың һыҙлағандыр инде,әсәй,
Йүкә септәләре һуҡҡанда,
Ҡайҙан көс һәм дәрт алдың икән,
Донъя ауырлығы баҫҡанда.
Һин бешергән икмәк тәме
Онотолмаҫ, әсәй, бер ҡасан.
Ете балаңды баштарынан һыйпап,
Ярата инең бит һин бер заман.
Әгәр Хоҙай тағы ғүмер бирһә,
Етемлекте белмәҫ инек беҙ.
Әсәй тәме тәмләп, әсәй наҙы тойоп,
Бик бәхетле булыр инек беҙ.
Ниндәй генә йылы, йомшаҡ һүҙҙәр менән
Һөйләһәк тә, әсәй, һинең турыңда,
Йөрәк түрендәге һөйөү-хистәремде
Аңлата алмам, барын да.
Әсәкәйем, иҫән булһаң,
Йыйыр инең тыуған йортҡа барын да.
19 ейән, 16 бүләсәң менән,
Гөрләр инек өҫтәл артында.
Был шиғырымды Яңы Мөсәт ауылында тыуып-үҫкән ҡәҙерле әсәйем Клара Садиҡ ҡыҙына бағышлайым. Әсәйем аш-һыуға, бәйләмгә уңған, эшкә дәртле булған. "Берлек" артелендә иң алдынғы септә һуғыусы, урманда утын да ҡырҡҡан, хатта бер үҙе ҡыш көндәре урмандан ат менән бесән дә ташыған. Тик, ҡәҙерлебеҙҙең ғүмере ҡыҫҡа булған - 36 йәшендә генә ете баланы үҙ аллы тормош тулҡынына ҡалдырып әхирәткә күсеүенә 49 йыл булып китте. Әсәйемдең ятҡан гүрҙәре киң, яҡты, урыны ожмахта булып, рухы ҡыуанһын.
Ҡәҙерле балалар! Әсәйҙәрҙе ҡәҙерләйек, уларҙы һәр ваҡыт ҡыуандырып, торайыҡ!
Ихтирам менән Менәүрә Абдулхай ҡыҙы