Сәстәремдән һыйпап, арҡамдан тапап һөйөп:
- Һай, үҙемдең ҡыҙым ҡайтҡан бит, - тиһәң, һары майҙай ирейем дә китәм инде.
Ошо ҙур булмаған өйҙә минең ҡолонсаҡтай ғәмһеҙ бала саҡтарым үтеп китте. Бәхетле инем, сөнки янымда, әсәй, һин барһың. Һәр даим мине үҙеңдең сикһеҙ һөйөүең менән һуғарып торҙоң. Баласак тылсымлы йәйғор төҫтәренә мансылып үткән бер бәхетле дәүер булып иҫтә ҡалған.
Йыл һайын үҙебеҙҙең урам балаларын саҡырып тыуған көнөмдө үткәрә инек. Тәмлекәстәр, һуттар, еләк-емеш, ҡарбуз менән һыйланабыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Унан һуң таралышмайбыҙ әле, йылға буйына төшөп һыу инәбеҙ, муйыл ашайбыҙ.
Ә ҡыш көндәре ауылда свет һүнгәндә лә беҙҙә бер ҙә күңелһеҙ булманы: шәм яҡтыһында беҙ һинең әкиәттәреңде, бихисап ҡыҙыҡлы тарихтарыңды тыңлай инек. Бик серле булып китә ине өй эсе. Каникул мәлдәрендә күрше ауылдан һеңлем менән ҡустым да беҙҙә булырға яратты. Йыш киләләр ине. Мәктәптең бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәренән бушамай өйҙә булмаған саҡтарыңда беҙ күрше бала-саға менән һарай баштарынан көрткә һикереп уйнайбыҙ, ҡарға күмелеп тә ҡалабыҙ ҡайсаҡ. Ҡайтҡас, һин асыуһыҙ ғына шелтәләп боҙ булып ҡатҡан кейемдәрҙе мейес башына йәйәһең.
Шулай бер саҡ ныҡ ҡына ауырып киттем. Фельдшерға йүгерҙең, ул килеп укол һалып, дарыуҙар биреп киткәндән һуң да ни алып, ни бирергә белмәй, өтәләндең. Ҡурай еләге ҡайнатмаһы, ҡарағат, мәтрүшкә сәйҙәре - барыһында эсереп ҡарайһың. Башыма һалҡынса усыңды һалғанда рәхәт кенә булып ҡала. Көнмө был, төнмө? Миңә эҫе, һаташам, тәндәрем ҡыҙа. Бер саҡ еләҫ кенә ел иҫеп ебәрә лә, миңә еңел булып ҡала. Ул һин, әсәй, белгән аят-сүрәләреңде уҡып, миңә өрөп ебәрәһең икән дә. Ҡайһылай ҙа шифалы һәм танһыҡ еләҫлек булды был! Шулай бер-ике көн сир менән көрәшеп ята торғас, күҙемде асам. Баш осонда тағы ла һин тораһың. Йөҙҙәрең һурығып киткән, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған күҙҙәреңде төбәп:
- Йәле, әҙерәк йотоп ебәр, бер ни ашамай ләз яттың бит, - тиһең, - был ҡоротло һурпа.
- Һыу, - тием мин, кипкән ирендәрҙе саҡ ҡыбырлатып.
- Иншалла, инде ҡурҡынысы үтте, - тиһең, еңел һулап.
Тәбиғәткә булған һөйөү ҙә һинән киләлер. Ауылымдың бар тирә-яғын ҡыҙырып еләк-емеш йыйҙыҡ, шул ыңғайы ер-һыу атамаларын да өйрәнә инек. Ғаилә өсөн генә күрше райондарға, йә ҡалаға экскурсиялар ҙа ойоштора инең әле. Улары - үҙҙәре бер тарих.
Их, әсәйем, һин миңә шундай матур баласаҡ бүләк иттең! Хәҙер мин ғүмерем буйы шул матур хәтирәләр менән йәшәйәсәкмен.
Әле лә һин минең күңелем кителгәндә - имләүсе, бошонғанда - йыуатыусым, бәхетле мәлдәремдә - шатлығымды уртаҡлашыусы. Һин булғанда - күңел күгем аяҙ, осрашҡанда инде ҡояшым ҡалҡҡандай була.
Рәхмәт, әсәй, ауырыма, һыҙланма, беҙҙе һаман ҡыуандырып, оҙаҡ йәшә, йәме.
- Әсәй, йәме?
Һине яратып: ҡыҙың Розалия.