Гел әсәйемә тағылып йөрөнөм. Унан инде һеңлем, артабан ҡустым тыуҙы. Әсәйем ҡустымды коляскаға һала, мине колясканың бер яғына, һеңлемде икенсе яғына баҫтырып, этеп өләсәйемдәргә бара. Ул ваҡытта нишләптер самолеттар йыш оса торғайны, урамда китеп барғанда шуларҙы күрһәм дә, башыма самолет төшәәә, тип илай торғайным мин. Илаҡ булһам да тырыш һәм ныҡыш булдым. Әсәйемдең иҙән, кер йыуырға өйрәткәндәрен, бәләкәс кенә биҙрәләремә кер һалып алып, көйәнтәләп Нөгөшкә кер сайырға йөрөүҙәрем мәңге онотолмай.
Атайымдың да тәрбиәһе мине ныҡышмал итте, эште еренә еткереп эшләргә өйрәтте. Хәҙер инде атайым беҙҙең эргәлә юҡ, 4 йыл элек үҙенең мәңгелек донъяһына күсте. Шуға күрә бөтәһе өсөн дә әсәйемә булһа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Мине ошо яҡты донъяға бар итеүсе, бөтә ауырлыҡтарға ҡарамай матур итеп ҡарап үҫтереп, уҡытып, тәрбиә биреүсе, оло тормош юлына сығарыусы әсәйем Байғазина Ғәзимә Рафаэль ҡыҙына бөтә
йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Шулай уҡ ҙур рәхмәттәрем минең ҡәйнәмә - Ғүмәрова Рәмзилә Сабирйән ҡыҙына. Мин уны икенсе әсәйем кеүек күрәм. Кейәүгә сыҡҡас та мине үҙенең ҡыҙы кеүек, нисек бармын шулай ҡабул итте, бер ваҡытта ла насар һүҙҙәр әйткәне булманы, хаталарымды күрмәне. Балаларым да өләсәйҙәрен ысын күңелдән эскерһеҙ йөрәк менән яраталар, һағыналар, хөрмәт итәләр. "Әсәй, өләсәйҙең икмәген ашарға ҡайтайыҡ," - тип кенә торалар.
Бер-береһенә күрше генә йәшәгән әсәйем менән ҡәйнәм шәп әсәй, өләсәй генә түгел, ә Ғәлиәкбәр ауылының уңған һәм өлгөр активистары. Мәсеттән тыш төрлө ҡул эштәре түңәрәктәренә лә, сараларға ла йөрөп өлгөрәләр, конкурстарҙа ла ҡатнашып торалар. Бешергән тәмлекәстәренән телеңде йоторлоҡ. Беҙ улар менән һоҡланабыҙ һәм өлгө алабыҙ!
Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерлеләребеҙ! Һәр саҡ шулай дәртле, иманлы, өлгөр, супер әсәй һәм өләсәйҙәр булып ҡалығыҙ! Киләсәгегеҙ бәхеттән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон! Бәхетле ҡартлыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип итһен Раббыбыҙ, тип теләп ҡалабыҙ! Аллаһ ризалығы өсөн яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!