Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Октябрь 2023, 12:30

Хөрмәтле 50 йәште үткәндәр! “Интернетҡа рәхмәт – 2023” конкурсында ҡатнашығыҙ!

Пенсионерҙарҙың компьютер грамоталылығы өлкәһендәге шәхси ҡаҙаныштарына арналған “Интернетҡа рәхмәт – 2023” («Спасибо интернету – 2023») 9-сы Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү ағымдағы йылдың 23 октябренә тиклем дауам итә. Конкурста ҡатнашыуға пенсия йәшендәге һәм пенсия алды йәшендәге (50+) интернет селтәре менән ҡулланыусылар, шулай уҡ компьютер грамоталылығы курстарында уҡыған йәки компьютерҙа һәм интернетта эшләргә үҙаллы өйрәнеүсе пенсионер-инвалидтар саҡырыла.

Хөрмәтле 50 йәште үткәндәр! “Интернетҡа рәхмәт – 2023” конкурсында ҡатнашығыҙ!
Хөрмәтле 50 йәште үткәндәр! “Интернетҡа рәхмәт – 2023” конкурсында ҡатнашығыҙ!

Ҡатнашыу өсөн “Азбука интернета” тигән сайтта, конкурс эшен – түбәндәге номинацияларҙың береһенең темаһы буйынса  яҙылған эссе йәки хикәйәне һалып, ғариза бирергә кәрәк https://azbukainterneta.ru/konkurs/contest_terms_and_conditions.php:

“Gosuslugi.ru порталы: минең тәжрибәм” («Портал Gosuslugi.ru: мой опыт»), “Минең интернет-ҡаҙаныштарым” («Мои интернет-достижения»), “Интернет-эшҡыуар, интернет-эш биреүсе” («Интернет-предприниматель, интернет-работодатель»), “Минең йәмәғәт интернет-инициативам” («Моя общественная интернет-инициатива»), “Мин – интернет йондоҙо” («Я – интернет-звезда») һәм “Минең уҡытыусыма рәхмәт!” («Спасибо моему учителю!»).

Ойоштороусыларҙың ҡарауы буйынса махсус номинациялар асылыуы мөмкин. Шул иҫәптән -  “Иң әүҙем төбәк” («Самый активный регион»). Был номинацияла еңеүселәр төбәктән ебәрелгән эштәрҙең һанын ябай иҫәпләү ысулы менән билдәләнә.

Конкурс эштәре 2023 йылдың 23 октябренең Мәскәү ваҡыты менән 15.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә. Конкурстың йомғаҡтары 2023 йылдың 25 декабренән дә ҡалмай иғлан ителәсәк.

 “Интернетҡа рәхмәт” (“Спасибо интернету”) конкурсы тәүге тапҡыр 2015 йылда үтте һәм 2 мең тирәһе ҡатнашыусыны йыйҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса өлкән йәштәге граждандарҙы компьютер грамотаһына өйрәтеү буйынса төбәктәр әүҙемлеге рейтингы төҙөлдө. Унда Башҡортостан Республикаһы иң әүҙем 10 төбәк исемлегенә инде.

   Пенсионерҙарҙың компьютер грамоталылығы өлкәһендәге шәхси ҡаҙаныштары буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы – “Ростелеком” ПАО-һының һәм Рәсәй Социаль фондының проекты. Конкурстың положениеһы менән азбукаинтернета.рф сайтында танышырға мөмкин.

Социаль фондтың матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: