Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Октябрь 2023, 16:00

Уҡытыусыма "әсәй" тип өндәшә инем

Уҡытыусы – иң кәрәкле, шул уҡ ваҡытта иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Минеңсә, уҡытыусы - һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә, сөнки уҡытыусы был һәр балаға үҙен табыуҙа ярҙам итеү өсөн көн һайын мәктәпкә барыуы менән йәшәй бит.

Уҡытыусыма "әсәй" тип өндәшә инем
Уҡытыусыма "әсәй" тип өндәшә инем
Минең мәктәптә аҡыллы, изге күңелле, ғәҙел, яҡшы уҡытыусылар эшләй. Әммә бер уҡытыусы хаҡында ентекләберәк һөйләргә теләйем.
Ете йәшендә бөтә балалар ҙа 1 сентябр көнө мәктәпкә килә. Ҡыҙҙар аҡ бантиктарҙа һәм блузкаларҙа, ә малайҙар яңы костюм кейгән. Һәр береһенең ҡулында яратҡан уҡытыусыһы өсөн сәскәләр гөлләмәһе. Ә минең өсөн был көн тормошомда иң иҫтәлекле мәл булды, сөнки минең тәүге уҡытыусым - әсәйем ине.
Ул 1 - 4 кластарҙа беҙҙең класс етәксебеҙ булды. Әсәйем тулыһынса үҙен уҡыусыларына арнаған уҡытыусы. Ул бөтә рухи көсөн, йылыһын беҙгә биреп, бөтәбеҙҙе лә яҡшы, изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр итеп күрергә тырышып торҙо. Йыш ҡына дәрестә "Айгизә Мансур ҡыҙы" тип әйтер урынға, онотолоп китеп "әсәй" тип өндәшә инем. Класташтарым да әсәй тип йөрөтә башланылар, ә мин үпкәләй инем, ул бит минең генә әсәйем. Аҙаҡ мин уның башҡа балалар өсөн дә икенсе әсәй булғанын аңланым. Сөнки, Айгизә Мансур ҡыҙы беҙҙе дөрөҫ яҙырға, уҡырға, мәсьәләләр сисергә генә өйрәтмәне, кәрәк ваҡытта беҙҙе яҡланы, йыуатты һәм ярата ине. Тәртипле, тырыш булырға саҡырҙы. Уның менән төрлө темаларға һөйләшергә мөмкин булды. Айгизә Мансур ҡыҙы һәр ваҡыт урта мәктәптә уҡыған уҡыусылары өсөн борсола. 
Уҡыусылары Айгизә Мансур ҡыҙын хәтерләй һәм хөрмәт итә. Беренсе уҡытыусым нәҡ ул - минең әсәйем, өлкән дуҫым булыуына бик шатмын. “Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!”- тип тәүге уҡытыусыма өндәшәм һәм уға һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшендә ҙур уңыштар теләйем!

Нурия Хәкимова
Иҫке Собханғол мәктәбе Әтек филиалының
8 – се синыф уҡыусыһы.
 
Автор:
Читайте нас: