Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Октябрь 2023, 11:15

Уҡытыусы булыу өсөн талант кәрәк

Һәр бер кеше уҡытыусы була аламы икән? Мин юк тип уйлайым, сөнки уҡытыусы булыу өсөн түҙемлек, профессионализм һәм эшенә һөйөү тойғоһо булырға тейеш. Уҡытыусы булыу өсөн талант кәрәк. Һин балалар менән уртаҡ тел табып, улар менән бер тулҡында булырға тейешһең. Шуның өсөн уҡытыусы һөнәре иң ауырҙарҙың береһе.

Уҡытыусы булыу өсөн талант кәрәк
Уҡытыусы булыу өсөн талант кәрәк


Мин үҙем хәҙер студентмын, әммә мәктәптәге уҡытыусыларым һәр ваҡыт минен хәтеремдә. Улар барыһы ла яҡшы педагогтар, ләкин минен иң яратҡан уҡытыусым- Яҡупова Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы. Ул мәктәптә тарих һәм йәмғиәт предметтарын алып бара. Яратҡан уҡытыусым 2 йыл беҙҙең класс етәксеһе булды һәм "Оҫта ҡулдар" түңәрәге менән етәкселек итте. Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы менән бергә беҙ олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа актив ҡатнаштыҡ. Ул миңә минен тыуған еремде һөйөргә, түҙемле булырға һәм бер ҡасанда яратҡан эшеңде ташламаҫҡа өйрәтте.
Уҡытыусы - ул балаларға белем биреусе һәм киләсәктә дөрөҫ юл күрһәтеп барыусы остаз.

Әлиә Моратшина

 

Автор:
Читайте нас: