Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Сентябрь 2023, 17:25

Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайым менән өләсәйемде юҡһынып...

...-Беҙҙең күрше, йылға аръяғынан Хөсәйен ағайҙың тәүге ҡатыны Флүрә еңгәй, әсәйемә: "Инәй, һеҙҙең кәртүгегеҙ тәмле, мин һеҙҙең кәртүгегеҙҙе ашағым килә, бешерһәң, миңә балаларыңды йүгерт әле", - ти торғайны. Әсәй, гел балалар йүгертеп тормам, мин сәй эскән яҡтың тәҙрәһенә, ҡыҙыл яулығымды элермен. Ҡарарһың, төшкө сәйгә бешерер булһам, иртәнсәк үк ҡыҙыл яулыҡты элермен, йүгереп килеп, ашап ҡайтырһың, тип әйтә торғайны. Элек тәҙрәләрҙә ҡорғандар ҡыҫҡа булды, шуның бауына яулығын элә ине. Флүрә еңгәй кәртүк ашарға килгәнендә, беҙгә ирис кәнфите эшләп алып килә лә,тәмләп сәй эсебеҙ, эй күңелле була торғайны, - тип һөйләне Фәриә инәй.

Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайым менән өләсәйемде юҡһынып...
Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайым менән өләсәйемде юҡһынып...

Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайым һәм өләсәйемде юҡһыныуым йылдар үткән һайын көслөрәк.
    Олатайым - Яхин Ахунйән Шәмсетдин улы – 1913-сө йылда Бөрйән районының Килдеғол ауылында, ә өләсәйем - Баязитова Хәйерниса Фазулла ҡыҙы - 1924-се йылда Байғаҙы ауылында тыуған. Уларҙың тормош юлдары, минеңсә, шул тиклем ҡатмарлы булған, төрлө һынауҙар, кәртәләр, юғалтыу-табыуҙар аша үтергә тура килгән.
     Олатайым тураһында, уҡыусы сағымда, тарих уҡытыусыбыҙ Мөнир ағай Фәйзуллиндың һөйләүҙәренә таянып яҙған мәҡәләм "Таң" гәзите битендә лә донъя күргәйне.
      Әлеге конкурсты файҙаланып, улар хаҡында тағы ла мәғлүмәтле булыр өсөн, атайҙан башлап, Фәриә инәй, Илһам ағайҙы төрлө һорауҙар менән йонсоттом, уларҙың хәтер һандығына сумдырып, төрлө хәл-ваҡиғалар, иҫтәлектәр тураһында һорашып белештем.
     1945 йылдың 7 сентябрендә олатай менән өләсәй өйләнешеп, 7 балаға - 4 малай, 3 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Өләсәйебеҙ  «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.
     Олатайҙан балалар бик иртә тороп ҡалғас, уның тураһында күп мәғлүмәттәрҙе Иштуған апа мәрхүмдән дә ишетеп белдек. Бына нимәләр һөйләгән ине ул: «Һуғышҡа 1943 йылда киткән. Ҡулынан яраланып, 1944 йылдың аҙағында, һуғышҡа яраҡһыҙ тип табылғас уны ҡайтарғандар. Миҙалдары алтау ине, нимә өсөн икәндәрен белмәйем. Бәләкәй саҡта уларға иғтибар ҙа ителмәгән бит. Ҡулы яралы булғас, ҡурайҙың икенсе тишеген махорка төрә торған гәзит менән йәбештереп ( һулаҡай ҡулының бармаҡтарының өсәүһе йөрөмәгәс) матур итеп ҡурайҙа уйнай торғайны. Элек был яҡтың һабантуйҙары бөтәһе бергә Әбйәлилдең Асҡарында үтә торған булған. Атай шул һабантуйҙарҙа ҡурайҙа уйнап гел беренсе урындарҙы алып йөрөгән. Әсәйҙе һуғыш ваҡытында һәйбәт эшләп йөрөгәс, һуғыштан ҡайтҡан ветеран, һунарсы, тырыш кеше тип кейәүгә райком димләп биргән».
Хәйерниса өләсәй әсәйһеҙ ҡалғанда, уға ни бары 8 йәш булған. 10 йәшенән колхозда һауынсы булып эшләгән. Һәүәнәк йылғаһы аша күпер булмау сәбәпле, һыйыр һауырға яҙлы-көҙлө билдән һыуыҡ һыу кисеп, унан тыш көрт йырып, ҡарлы буранда Күркәтауға урман ҡырҡа йөрөгәндәр. Былар барыһы ла үҙенекен итә, тәненә һыуыҡ үтеп, олоғайған көнөндә йыш ҡына аяғына баҫа алмай, һыҙланып ултырыр булған. Аяҡтары һыҙлап, тартышып, төндәрен илап сыҡҡан мәлдәрендә, әсәй менән ҡуша илайым, әҙерәк булһа ла уға еңел булһын тип, уға аяҡтарын ыуышыр булдым. Әсәйем шул тиклем киң күңелле кеше булды, уға һәр саҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт итерҙәр ине. Ауырып ултырған мәлдәрендә эргә тирәләгеләр эштә саҡта, уларҙың балаларын да көтөштө. Һынамыштарға таянып, һауа торошон да оҫта әйтеп бирер ине, хатта ауылдың йәш агрономы гел кәңәш-төңәш итер өсөн уға килер булды. Ноҡотто ла бик оҫта һалды, ҡырҙа эшләп йөрөгән балаларының бесәнгә ҡайтыр мәлен самалап, ноҡотто һалып ҡарай ҙа, бер ташты тоттороп мине урамға сығарып ебәрә. Урамда кеше күренһә, тимәк балалар тиҙ арала ҡайтып төшәсәк, ә кеше осрамаһа, һуңғараҡ ҡайтасаҡтар,тип барыһын да алдан белеп йөрөнө. Атайыма килгәндә, ул үлгәндә дүрт йәш ярымлыҡ булып ҡалһам да, бер ваҡиға асыҡ ҡына хәтеремдә. Ул үҙе үргән күреп эсенә тиҙәк тултырып һалынған ине, шуны мин нисегерәк итеп шылдырғанымдыр инде, минең улым шул тиклем көслө, тип мине маҡтап, йылмайып, баҫып торғаны әлегеләй күҙ алдымда» - тип хәтерҙәре менән бүлеште иң кесе улдары Илһам ағай.
Атайымдың хәтерләүҙәре буйынса, олатай ағас эшенә оҫта булған. Көрәштеләге сабынлыҡта тыранса ярғаны асыҡ ҡына хәтерҙә уйылып ҡалған, ти ул. Балта эшен яратты, һунарға, балыҡҡа йөрөр ине. Ауылдың үр яғында берҙән-бер мунса беҙҙеке булды. Урыҫ ҡапҡаһын да иң тәүгеләрҙән эшләүсе ул булған. Уның үҙ ҡулдары менән юнып, йышып эшләгән һауыт-һабалары һәм шулай уҡ, һуғышта йөрөтөп алып ҡайтҡан кескәй сумаҙаны әлеге ваҡытта мәктәбебеҙҙең музейында һаҡлана.
Ул йәш сағынан физик яҡтан көслө булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүгеләрҙән тиерлек һуғышҡа алына.
Ололар һөйләүенсә, 1943 йылда ҡаты яраланып фронттан ҡайтып төшкән. Ул ваҡытта ауылда эш үтә лә ауыр, ашарға юҡ мәл. Олатайым һунарҙа алған табышын һәр саҡ ауылдаштарына,  айырыуса асығыусыларға, бүлеп бирә. Яҡын тирәләге Ҡолғана, Байғаҙы ауылдары кешеләренә ла табышынан өлөш сығара.
«Яҡшы кешеләр ҙә күп осраны тормошомда. Бер ваҡыт асығышып өйҙә ятабыҙ. Аҙыҡ тамам бөттө, балалар ас, үҙем йонсоном. Яхин Ахунйән килеп инде, йәне йәнәттә булһын инде, нишләп ятаһығыҙ, ти был. Хәлһеҙ ятабыҙ, тим. Әйҙә әле, тип эйәртеп алып ҡайтып китте. Ҡатыны аш һалған, килеп тороп тоҙлоҡло. Аш ашаттылар, ун килолай ит биреп ҡайтарып ебәрҙеләр. Иртәгәһенә: Сатрала бер илек аттым, барып ал, балаларыңды үлтермә »,- тип әйтеп китте Ахунйән. Уның изгелеге бер миңә генә булманы, күптәрҙе аслыҡ үлеменән ҡотҡарҙы ул. Һуғыштан һуң да оҙаҡ ҡына ҡыһыттыҡ булды бит, кеше ныҡ асыҡты», - тип Хәнифә инәйҙең( Миңлеғолова) һөйләгәндәрен Мөнир ағай Фәйзуллин яҙып алған ине.
Атайыбыҙ өйҙә уҫал, талапсан булһа ла, кешеләргә ҡарата шул тиклем киң күңелле булды. Әле һаман да аслыҡ йылынан алып ҡалды, тип ололар ҡыуанып, рәхмәттәрен, беҙгә, балаларына әйтеп ҡыуаналар. Әсәй баҡса үҫтерергә яратты. Һәр саҡ кәбеҫтә, кишер, шалҡаны уңыр ине. Ҡош-ҡортто ла күпләп үрсетте. Бер ваҡиғаны ла телгә алып уҙайым .Беҙҙең күрше, йылға аръяғынан Хөсәйен ағайҙың тәүге ҡатыны Флүрә еңгәй, әсәйемә, "Инәй, һеҙҙең кәртүгегеҙ тәмле, мин һеҙҙең кәртүгегеҙҙе ашағым килә, бешерһәң, миңә балаларыңды йүгерт әле", - ти торғайны. Әсәй, гел балалар йүгертеп тормам, мин сәй эскән яҡтың тәҙрәһенә, ҡыҙыл яулығымды элермен. Ҡарарһың, төшкө сәйгә бешерер булһам, иртәнсәк үк ҡыҙыл яулыҡты элермен, йүгереп килеп, ашап ҡайтырһың, тип әйтә торғайны. Элек тәҙрәләрҙә ҡорғандар ҡыҫҡа булды, шуның бауына яулығын элә ине. Флүрә еңгәй кәртүк ашарға килгәнендә, беҙгә ирис кәнфите эшләп алып килә лә,тәмләп сәй эсебеҙ, эй күңелле була торғайны, тип Фәриә инәй һөйләне.
Атай-әсәләренән иртә тороп ҡалһалар ҙа, уларҙың оҫталығы барыһына ла күскән, өс ағалы-ҡустылы олатай һәм өләсәй нигеҙендә донъя ҡороп, үҙҙәре һырлап-биҙәп төҙөгән йорттары менән төрлө йылда уҙғарылған "Һаумыһығыҙ,ауылдаштар" байрамында "Өлгөлө йорт" исемдәрен алдылар.
Инзирә менән олатайлы-өлә­сәйле тиҫтерҙәребеҙгә көнләшеп ҡарағаныбыҙ иҫтә. “Их, беҙҙең дә эргәбеҙҙәге олатай, өләсәй иҫән булһа..." – тип хыялланған саҡтар бар ине.
Ғүмеремдә, исмаһам, берҙе генә лә уларҙы күреү бәхете тәтемәгән яҡын кешеләрем тураһындағы иҫтәлек, хәтирәләр, йөрәгемдең түрендә урын алған.

Нурзилә Баязитова.

 

Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайым менән өләсәйемде юҡһынып...
Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайым менән өләсәйемде юҡһынып...
Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайым менән өләсәйемде юҡһынып...
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: