Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Июнь 2023, 08:55

Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, Бөрйән егеттәре!

Хөрмәтле ир-егеттәр! Юлдаш телевидениеһы (БСТ) “7 егет” реалити-шоуының бишенсе миҙгелендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башлаған. Унда ҡатнашыу өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк, тиһегеҙме? Барыһы ла һеҙ белгән һөнәрҙәр талап ителә! Тулыраҡ – артабан.

Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, Бөрйән егеттәре!
Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, Бөрйән егеттәре!

Проектта 18 йәштән 28 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыусылар, үҙ-ара ярыша-ярыша, халҡыбыҙҙың матур кәсеп-шөғөлдәренә лә өйрәнәсәк. Ниндәй шөғөлдәрме? Балта оҫтаһы, умартасы, ат ҡараусы, тимерсе, тире әйберҙәр оҫтаһы, ҡайын туҙынан төрлө әйберҙәр етештереүсе, быйма баҫыусы, музыка ҡоралдары эшләүсе һ.б.

Тормошта бер һөнәр ҙә артыҡ түгел ул. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр бит.

Төп приз – башҡорт тоҡомло ат!

Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, егеттәр! Һеҙ бит әле Бөрйән егеттәре!

Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге сығанаҡтар аша алырға мөмкин:
-телефон: 8(347)262-87-00 (доб. 725).
-E-mail: [email protected]

Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, Бөрйән егеттәре!
Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, Бөрйән егеттәре!
Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, Бөрйән егеттәре!
Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, Бөрйән егеттәре!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: