Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Май 2023, 09:35

“Башарт”тар һынатмаған

2023 йылдың 10-12 майында йәмле Ҡандракүл буйында «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» XVI Республика слет-конкурсы үтте. Унда беҙҙең райондан Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының “Башарт” командаһы составында уҡыусылар матур сығыш яһап ҡайтҡан. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

“Башарт”тар һынатмаған
“Башарт”тар һынатмаған

-Сарала Башҡортостандың төрлө райондарынан 16 команда – мәктәп уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре тәрбиәләнеүселәре, уҡытыусылар, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡурсаулыҡ биләмәләре менән дуҫлашҡан 80-дән ашыу үҫмер һәм етәкселәр Ҡандракүл паркының тәбиғәтенән, бер-береһе менән файҙалы, яҡшы аралашыуҙан ләззәт алдылар.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн төп ваҡиға булып Ҡурсаулыҡ уйындарын, осрашыуҙар, сессиялар, интерактив форматта уйындар, өҫтәл уйындары булдырыу буйынса практикум, тәбиғәтте һаҡлау ирекмәндәренең ҡиммәте тураһында фекер алышыу кеүек төрлө сараларҙы үткәреүселәр булып Елена Книжникова (Ҡурсаулыҡ Экспоцентр директоры урынбаҫары, Мәскәү ҡалаһы) һәм Елена Колеченок (Ҡурсаулыҡ утрауҙары Дуҫтары марафоны кураторы, Петразоводск ҡалаһы) торҙо. Балалар уларҙы ҡыҙыҡһыныу, дәрт менән ҡаршы алдылар һәм ҙур кинәнес менән ҡатнаштылар ҙа уйындарҙа.

Слет программаһы конкурс заданиелары менән тулыланды – балалар командаларҙың ижади визит карточкаларын әҙерләне, тәбиғәт биләмәләрендә үҙҙәренең тикшеренеү һәм мәғрифәтселек проекттарын тәҡдим итте, Робинзонаданың Бөтә заданиеларын һәм Башҡортостандың ҡурсаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ойоштороусылары әҙерләгән танып белеү викторинаһын үтәне. Слет дуҫтарса кәйеф, ҡурсаулыҡ йырҙары менән һуғарылған һәм Ҡандракүл яр буйы зонаһы буйлап экосубботник менән тамамланды. Ойоштороусылар командаларға, уларҙың етәкселәренә, эксперттарға һәм партнерҙарға сертификаттар, дипломдар һәм рәхмәт хаттары, бүләктәр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Беҙҙең Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы командаһы "Башарт" проекттар конкурсында 3-сө урын алыуға өлгәштеләр.
Ә Слет республика балалар экология-биология үҙәге һәм Башҡортостан ерендәге ҡурсаулыҡ биләмәләре менән дуҫлыҡ традицияларын һаҡлаусыларҙың иҫ киткес берләшмәһе тарафынан ижади һәм профессиональ рәүештә ойошторолған.
Беҙ саҡырыу өсөн рәхмәтлебеҙ һәм май айының ҡояшлы көндәрен шундай данлы компанияла үткәреүебеҙгә бик шатбыҙ. Һәм дә беҙҙең команданы ошондай иҫ киткес сарала ҡатнаштырыу бәхетен тәтеткән үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт ҡурсаулығына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! – тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе (Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.

“Башарт”тар һынатмаған
“Башарт”тар һынатмаған
“Башарт”тар һынатмаған
“Башарт”тар һынатмаған
“Башарт”тар һынатмаған
“Башарт”тар һынатмаған
“Башарт”тар һынатмаған
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: