Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Май 2023, 16:45

Шәп беҙҙең бәләкәстәр!

3 майҙа мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр араһында “Өмөтлө киләсәк” тигән йыл һайын үткәрелеп килгән смотр-конкурстың сираттағыһы үтте. Тулыраҡ – артабан.

Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!

Сарала 4 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар “Вокаль ижад”, “Бейеү ижады”, “Театраль ижад” тигән номинацияларҙа үҙҙәренең һәләтен күрһәтте. Райондағы 24 белем биреү учреждениеһынан йәмғеһе 170 бала сығыш яһаны.

Һөҙөмтәләр буйынса Мәһәҙей, Ғәлиәкбәр, Байғаҙы, Яңы Усман, Әтек, Ғәҙелгәрәй, Яңы Собханғол, Иҫке Собханғолдағы 1-се, 2-се һанлы балалар баҡсалары, Әбделмәмбәт, Килдеғол мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре еңеүселәр исемлегенә инде. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм приздар тапшырылды.

Конкурс бейеү, театр, вокаль сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу районда йылдан-йыл арта бара икәнен күрһәтте. Йыл һайын яңы таланттар асыла, балалар бик ҡыҙыҡлы һәм эстәлекле сығыштар менән һоҡландыра.

 

Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Автор:Т. Баһауетдинова тәржемәләне
Читайте нас: