Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Апрель 2023, 10:30

Зирәклектә көс һынашып, еңеп ҡайттылар

Районыбыҙ шахматсылары Баймаҡ ҡалаһында үткән шахмат ярыштарында ҡатнашты.

Зирәклектә көс һынашып, еңеп ҡайттылар
Зирәклектә көс һынашып, еңеп ҡайттылар

1 апрелдә Баймаҡ ҡалаһында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Урал Аръяғы Кубогының беренсе этабы үтте. Шахмат буйынса күп тапҡыр Башҡортостан республикаһы чемпионы исеменә лайыҡ булған Алмаз Азаматовтың иҫтәлегенә арналған ярыш Урал аръяғы райондарынан 49 шахматсыны бергә туплаған. Улар 9 турҙа көс һынашып, көсөргәнешле, сәмле уйын күрһәткән.

һөҙөмтәләр буйынса Бөрйан шахматсылары уңышлы сығыш яһап, ирҙәр араһында Мөхәррәм Ҡасҡынбаев 3-сө урынды, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлдәр Мөхәмәтйәнова 2-се, Рәүилә Хәсәнова 3-сө урынды яулаған. 

Афарин уларға! Артабан да ярыштарҙа яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын!

Зирәклектә көс һынашып, еңеп ҡайттылар
Зирәклектә көс һынашып, еңеп ҡайттылар
Автор:
Читайте нас: