Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Декабрь 2022, 12:45

Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы – еңеүселәр араһында!

Кисә, Башҡорт теле көнөндә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Минең Рәми" төбәк-ара шиғриәт конкурсының гала-концерты уҙҙы. Сарала Бөрйән ҡыҙы ла еңеүселәр рәтендә сығыш яһаны! Тулыраҡ сайтта.

Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы – еңеүселәр араһында!
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы – еңеүселәр араһында!

Унда беҙҙең райондан Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы ҡатнашып, II урын яуланы һәм 50 000 һумлыҡ сертифат менән бүләкләнде. Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
-Бәйге 12 февралдә - шағирҙың тыуған көнөндә башланды һәм өс этапта уҙҙы. Ситтән тороп ҡатнашыу өлөшөнә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, жюри тарафынан баһаланып, 26 августан 25 сентябргә тиклем барған телевизион конкурстың икенсе этабына 30 кеше үтте. Уларҙың эштәре ай дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар үҙенә оҡшаған сығыштар өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы үтте.
Беҙ коллегабыҙҙың меңгә яҡын ҡатнашыусы араһынан финалға үтеүе һәм лайыҡлы сығыш яһап, еңеүе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның телебеҙ һағында торған һөнәрмән уҡытыусы, нәфис һүҙ оҫтаһы булыуына һоҡланабыҙ! Артабан да ижади уңыштар һеҙгә. Илһам, дәрт, көс менән балаларға белем, халҡыбыҙға рухи доньяғыҙҙың нурын таратып эшләргә һәм йәшәргә яҙһын, - тип хәбәр итә был хаҡта Иҫке Монасип мәктәбенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә мәктәптең психологы Динара Ҡотлобаева.

Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы – еңеүселәр араһында!
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы – еңеүселәр араһында!
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы – еңеүселәр араһында!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: