Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Ноябрь 2022, 15:00

Балалар ҙа һайлау тураһында белә

Октябрҙә райондың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә физик мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәшкә тиклемге граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсы сиктәрендә ярыштар уҙғарылды.

Балалар ҙа һайлау тураһында белә
Балалар ҙа һайлау тураһында белә

Конкурс мәғариф бүлеге, участка һайлау комиссияһы һәм мәктәптәр менән берлектә территориаль һайлау комиссияһы тарафынан ойошторолдо.


Конкурс мәктәптәрҙә Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткән сценарийға ярашлы уҙғарылды. Уҡыусылар блиц-викторина, «Терминдарҙы белеүсе», «Һайлау лингвистикаһы», «Блиц-турнир», «Викторина» этаптарында төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр.


Балаларҙың белемен жюри ағзалары баһалап, урындарҙы түбәндәгесә билдәләне: 1-се урын Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Илгиз Йәһүҙинға, 2-се урын Байназар мәктәбе уҡыусыһы Алик Ғазинға, 3-сө урын Аҫҡарҙан Ләйсән Дәүләтоваға бирелде. Еңеүселәргә һәм конкурста ҡатнашыусыларға Үҙәк һайлау комиссияһының дипломдары һәм матур бүләктәр тапшырылды.

- Балаларҙы бүләктәре менән ҡыуандырған спонсорҙарыбыҙ – район эшҡыуарҙары Гөлфиә Григорьева менән Илүзә Иҫәнгилдинаға ҙур рәхмәт.


Балаларға уҡыуҙарында уңыштар, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ, - тип хәбәр итәләр Бөрйән районы территориаль һайлау комиссияһынан.

Һүрәттә: 1-се урынды яулаусы Илгиз Йәһүҙин.

 

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: