Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Июнь 2022, 10:00

“Айыҡ ауыл” яҙмышын “бармаҡ законы” хәл итерме? (Йәмәғәтселекә асыҡ хат).

...Рухлы, сәләмәт йәшәүгә ауылдары менән ҡубып, бынан тиҫтә йылдар элек үк тотонған Әбделмәмбәт ауылы тауыш биреү “бәйгеһендә” артта ҡалып китте. Ни өсөн, тиһегеҙҙер? Сәбәптәре байтаҡ... Был турала – артабан.

“Айыҡ ауыл” яҙмышын “бармаҡ законы” хәл итерме? (Йәмәғәтселекә асыҡ хат).
“Айыҡ ауыл” яҙмышын “бармаҡ законы” хәл итерме? (Йәмәғәтселекә асыҡ хат).

Барыбыҙға ла мәғлүм, әлеге ваҡытта “Айыҡ ауыл” конкурсының хәл иткес этабы бара – онлайн тауыш биреү. Шуныһы уйландыра - айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылған, яҡшы эштәре менән башҡаларға өлгө булып торған, берҙәмлек өлгөһө күрһәткән ауылдарҙың яҙмышы һуңғы ваҡытта ныҡ модаға инеп киткән әлеге лә баяғы “бармаҡ законы” менән хәл ителә.

Беҙҙең райондың Әбделмәмбәт ауылы ла бар был “бәйгелә”. Был ауылды әүәлдән яҡындан белгәс, журналист булараҡ, гәзиттә эшләй башлағандан бирле (20, 25 йыл) уларҙың матур эштәренә һоҡланып йәшәгәс, ошо хатты яҙмай булдыра алманыҡ.

Был ауылда бик үҙенсәлекле халыҡ йәшәй: бер-береһенә тернәксел, берҙәм, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө, ҡайҙалыр өҫкә бәлә һалмай, кәңәш-төңәш итешеп, олоғара мәсьәләләрҙе лә әүәлдән үҙҙәре йыйылып хәл итеп, бер ғаилә һымаҡ көн итәләр. Улар өсөн был конкурс бер сара ғына түгел, йәшәү рәүешенә баһа көтөү!

Үҙ техникалары менән сығып, юлдарын тәртипкә килтерһендәрме, шишмәләрҙе таҙартып, кәртәләп алһындармы, йәштәре ололарға, мәсеткә даими ярҙам итһенме, уҡыусы балалары яңғыҙ ҡарт-ҡороно шефлыҡҡа алһынмы, урамдағы батҡағыраҡ урындарға дәррәү сығып, үҙ техникалары менән ҡырсынташ түкһендәрме, ауылға ингән ерҙәргә банерҙар, гәпханалар (беседка) эшләһендәрме, халҡыбыҙҙың онотолоп барған йола-байрамдарын, кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙһендәрме, күмәкләшеп мәсет төҙөп ҡуйһындармы, эскеләй башлаған ауылдаштарын йыйылып барып тәрбиәләһендәрме, ғөмүмән, уларҙың электән башҡарып килгән эштәрен һанап ҡына бөтөрлөк түгел.

Ә ауыл мәктәбе тотош Рәсәйгә миҫал итеп ҡуйырлыҡ! Спорт буйынса Рәсәй кимәленә сыҡҡан спортсылар тәрбиәләнә был мәктәптә. Уларҙың еңеүҙәре хаҡында яҙыу бик ҙур урын алыр ине. Саңғы, йүгереү, көрәш, робот техникаһы буйынса ҡайҙа ғына барһалар ҙа еңмәй ҡайтҡандары юҡ. Мәктәп уҡытыусыһы М. Ҡасимова һуғыш тураһында пьеса яҙып, шуның буйынса уҡыусылар менән кино төшөрөп, барса халыҡты хайран иткән мәктәп тә ул. Балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн мөмкин булған бөтә нәмә эшләнә. Йыл һайын республиканың башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдары мөхәррирҙәрен йыйып, матбуғат байрамы үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән. Үҙҙәренең робомәктәбе бар. Ҡышҡыһын үҙҙәренең тюбинг трассаһын булдырып, тотош район халҡына ял ойоштороп, ҙур класс балаларына үҙҙәренә аҡса эшләргә мөмкинлек асалар. Саналы аттарҙа, ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөтөп тә ҡыуандыралар. Балалар алдан өйрәтелеп, инструкторҙар булып йөрөйҙәр. Кемеһелер тәғәмләнеү урындарына яуаплы. Мәктәптең спорт базаһы хайран ҡалмалы. Мәктәп етәкселеге теге йәки был эшҡыуарға мөрәжәғәт итеп, йыл һайын саңғыларҙы яңыртып, спорт инвентарҙары алып тора.

Шуға бында балалар рухлы, һәр яҡтан һәләтле, сәләмәт булып үҫә.

Ҡыҫҡаһы, ошондай рухлы, сәләмәт йәшәүгә ауылдары менән ҡубып, бынан тиҫтә йылдар элек үк тотонған Әбделмәмбәт ауылы тауыш биреү “бәйгеһендә” артта ҡалып китте.

Ни өсөн, тиһегеҙҙер?

Сәбәптәре байтаҡ.

Иң беренсе сәбәп – төпкөлдә ятҡан районыбыҙға цивилизация шойҡаны сағыштырмаса яй килеп етеүҙә. Һәм район халҡының, ҡала-ҡасабаларҙа түгел, ә ауыл ерҙәрендә боронғосараҡ йәшәүендә. Күптәр “Дәүләт хеҙмәте” порталы тураһында ишеткәне лә юҡ, йәнә ауыл кешеләренең байтағы заманса телефондар тотмай – төймәле бәйләнеш сараһы менән эш итә. (Йәшерен-батырыны юҡ, “күршеһе” ныҡ “байып” китеүҙән ҡурҡыусылар ҙа, уларҙың аҡсаһы миңә буламы, тип ҡул һелтәүселәр ҙә юҡ түгелдер арабыҙҙа, әлбиттә. Тормош бит).

Икенсенән, был бәйгелә һәр райондағы ауыл өсөн тотош район, район биләмәһендәге ҡала халҡы тауыш бирә. Бына ошоноһо төп сәбәптәрҙең береһе. Ә беҙҙә халыҡ һаны бик күпкә әҙ.

Әбделмәмбәттәрҙән алда барған ауылдарҙа йәшәгән халыҡ нисбәте лә шуға дәлил. Мәҫәлән, 1-се урында барған Дүртөйлө районында 32 000-гә яҡын, Дүртөйлө ҡалаһында 31 000 халыҡ йәшәй (дөйөм – 63 мең), Белорет районында – 38 500 тирәһе, Белорет ҡалаһында – 70 468 (дөйөм – 109 000!), Баймаҡ районында – 57 мең (90 ауыл, Бөрйәндә – 30 ауыл), Баймаҡ ҡалаһында 17 500 халыҡ (дөйөм – 127 000), Көйөргәҙе районында – 23 500, район биләмәһендәге Күмертау ҡалаһында – 59 500 (дөйөм – 83 000), Ҡырмыҫҡалы районында – 50 320, Әлшәйҙә – 37 000, Салауат районында – 24 200, Ауырғазыла – 33 350, Дыуанда 31 000 тирәһе халыҡ йәшәй. Бөрйәндә – 16 582!

Бөрйән нисек анауындай гиганттар менән ярыша алһын?!

Шуға күрә, конкурстың положениеһына теге йәки был районда (ҡалаһын да ҡушып) күпме кеше йәшәгәне лә иҫәпкә алынырға тейеш тип уйлайбыҙ.

Ҡыҫҡаһы, был интернет тауыш биреү “Айыҡ ауыл”дарҙың ысын йөҙөнә, сәләмәт йәшәү өсөн тырышлығына, ғөмүмән, ауылға баһа була алмай, беҙҙеңсә...

Шуға күрә милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған Бөрйән был тауыш алыуҙа еңә алмаясаҡ та. Сөнки бөгөнгө әрһеҙлек заманында рух, берҙәмлек, бер-береңә ярҙамсыллыҡ тигән төшөнсәләргә баһа самалы!

Кемдәрҙер аҡса өсөн генә тырышһа, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡуйылған талаптар Әбделмәмбәт халҡының электән килгән йәшәү рәүеше!

Шундай тырыш, рухлы ҡыпсаҡтар (Әбделмәмт ауылының халыҡ араһында йөрөгән атамаһы) өсөн йөрәк яна. Рухтары төшөп, күңелдәре һүрелеп, донъяла ғәҙеллек юҡ икәненә тағы бер тапҡыр ышанасаҡтарын күҙ алдына килтереп, аптыранғандан яҙҙыҡ.

Был онлайн тауыш биреү дөйөм һөҙөмтәгә ҙур йоғонто яһаһа, илем, телем, тип янған милләттәштәребеҙҙең күҙенә нисек ҡарарбыҙ?..

Баһа ҡәҙимге эшләнгән эштәр өсөн бирелергә тейештер ул, ә кемдең дуҫы, райондашы күп булған өсөн түгел.

Бына элегерәк яҙылған бер шиғырҙы ла һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ (шиғыр Т. Баһауетдинованыҡы).

Уйлыға – уй!

 

Лайыҡлымы-юҡмы, лайк ҡуябыҙ –
Шуға ҡалды инде замана.
Лайк ҡуймаһаң, һин “дуҫ” түгел, тимәк –
Әйләнәбеҙ шундуҡ яманға.
Лайк ҡуй инде, тиеп инәләбеҙ,
Конкурс-фәлән үтһә онлайн.
“Ҡара исемлек”кә инге килмәй -
Өнһөҙ генә “дуҫ”ты тыңлайың.
Ялған донъя, ялған еңеүселәр…
Дуҫтарың күп булһа, еңәһең.
Их, лайктар һайлап алһа ине
Иң лайыҡлы, шәпле генәһен…
Лайыҡлымы-юҡмы – лайк ҡуябыҙ,
Лайыҡһыҙҙарына – көсәнеп.
“Дуҫ”һыҙ лайыҡлылар төшөп ҡала,
Заман бизмәнендә үлсәнеп.
“Лайк ҡуй әле”, тигән хәбәр килде…
Белмәйем дә яҡын был “дуҫ”ты.
Ярай, ҡуям инде, һорай бит һуң,
Хәйер, һорамай ҙа - “дуҫ” ҡушты!
Лайыҡлы ла булыу мөһим түгел,
Лайклы булыу - тормош асылы.
Лайыҡлы ла килеш лайкһыҙ ҡалып,
Аптырана әҙәм аҫылы…
Лайыҡлымы-юҡмы, лайк ҡуябыҙ…
Еңеүсегә баһа шул сама.
…Был шиғыр ҙа һинән баһа көтә,
“Дуҫ”тан төшөүең бар, һин ҡара…

Был конкурсҡа онлайн тауыш биреү юлы менән баһа ҡуйылыуға риза булып етмәүселәр:

 

Таңһылыу Баһауетдинова, Айһылыу Ғарифуллина, Бөрйән районының “Таң” гәзите журналистары.

“Айыҡ ауыл” яҙмышын “бармаҡ законы” хәл итерме? (Йәмәғәтселекә асыҡ хат).
“Айыҡ ауыл” яҙмышын “бармаҡ законы” хәл итерме? (Йәмәғәтселекә асыҡ хат).
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: