Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Апрель 2022, 10:00

Бөрйән “Тарпандар”ы – беренсе!

Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләп килгән “Тарпандар” театр берекмәһенә йөрөүсе уҡыусылар “Башҡортостан ынйылары” республика балалар фольклор фестиваль-бәйгеһендә 1-се урын яуланылар. Уҡыусылар билдәле яҡташыбыҙҙың тормош һәм ижад юлына арналған тамаша күрһәткән. 

Бөрйән “Тарпандар”ы – беренсе!
Бөрйән “Тарпандар”ы – беренсе!

-Быйылғы йылда был конкурс “Һинең исемең беҙҙең йөрәктәрҙә” девизы аҫтында үтте. Беҙҙең сығыш Бөрйәндән сыҡҡан фольклорсы-ғалим Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитовтың тормошо һәм ижадына арналды.
Әлбиттә, был еңеү уҡыусыларға еңел генә бирелмәне. Күп һанлы саралар араһында барған әҙерлек үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Мөхтәр ролендә уйнаусы 8 “Д” класы уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов “Ир-ат ролен иң оҫта башҡарыусы”, 7 “Г” класы уҡыусыһы Байназарова Эльвина “Сәхнә оҫтаһы” номинациялары еңеүселәре булдылар. Шулай уҡ 8-се класс уҡыусылары Нурия Хәлиуллина, Гөлфинә Байморатова, Динә Мөхәмәтйәнова, Арыҫлан Бәшәров, Фидан Дәүләтшин, Ғәзинур Манапов, 10 а класы уҡыусыһы Арыҫлан Ҡотлобаев үҙ ролдәрен яратып, күңел биреп башҡарҙылар. Сығышыбыҙҙы видеоға төшөрөүсе операторыбыҙ, 7 “Г” класы уҡыусыһы Айтуған Аҙанғолов та үҙ эшенең оҫтаһы булып танылды. Афарин, уҡыусылар! Берҙәм, ихлас, әүҙем, тырыш булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Киләсәктә лә юғары үрҙәр яуларға яҙһын һеҙгә!- тип хәбәр итә уҡытыусы Фирүзә Кинйәбулатова үҙенең сәхифәһендә.

Автор:
Читайте нас: