Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Апрель 2021, 12:00

Республикала Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә

Башҡортостанда 2019 һәм 2020 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә.Премия талантлы һәм әүҙем йәштәрҙең һәләтен, ижади ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостанда 2019 һәм 2020 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә.
Премия талантлы һәм әүҙем йәштәрҙең һәләтен, ижади ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр – матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, театрҙарҙа, кинотеатрҙарҙа, радио һәм телевидение аша халыҡҡа сығарылып, йәмәғәтселек танышҡандан һуң, архитектура өлкәһендә объекттар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына премияға тәҡдим ителә.
Ижади йәки башҡа коллективтарҙы күрһәткәндә дәғүәселәр (16-нан 35 йәшлектәр) һаны 5 кешенән артмаҫҡа тейеш.
Эштәр 1 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының талантлы йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге. Әхмәтханова Аида Рәмил ҡыҙы, әйҙәүсе белгес-эксперт, телефон: (347) 218-03-08, e-mail: [email protected].
Читайте нас: