Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Декабрь 2020, 10:00

Әйҙәгеҙ, ҡатнашайыҡ!

14 декабрҙә билдәләнәсәк Башҡорт теле көнө айҡанлы төрлө интернет-конкурстар бара. Шуларҙың береһе “Vibeргә” тип атала.Конкурс социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телле контентты арттырыуға булышлыҡ итеү, башҡорт теленә, милләтебеҙҙең тарихына һәм шәжәрәләргә иғтибарҙы көсәйтеү маҡсатын күҙаллай.

14 декабрҙә билдәләнәсәк Башҡорт теле көнө айҡанлы төрлө интернет-конкурстар бара. Шуларҙың береһе “Vibeргә” тип атала.
Конкурс социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телле контентты арттырыуға булышлыҡ итеү, башҡорт теленә, милләтебеҙҙең тарихына һәм шәжәрәләргә иғтибарҙы көсәйтеү маҡсатын күҙаллай.
Конкурста һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурсанттар үҙҙәрен ике йүнәлештә һынап ҡарай ала: “Башҡорт телендәге иң яҡшы открытка” һәм “Башҡорт телендәге иң яҡшы вайн”. Эштәрҙе 7 декабргә тиклем “Бәйләнештә” йәки “Инстаграм” социаль селтәрҙәренә һалырға кәрәк.

Конкурстың шарттары менән тулыраҡ @bashkort_postcards һәм @bashkort_vine рәсми аккаунттарында таныша алаһығыҙ.
Баһалама ағзалары - билдәле башҡорт вайнерҙары, блогерҙары һәм башҡалар.
Еңеүселәргә 3 меңдән 50 мең һумғаса аҡсалата бүләктәр ҡаралған.

Шулай уҡ “Башҡорт теленә яңы ҡараш” исеме аҫтында социаль видеороликтар төшөрөү буйынса конкурс иғлан ителде.
Айфон, ноутбук, планшет һәм башҡа шәп бүләктәрҙе нисек оторға һуң?

Башҡорт телен үҫтереүгә, өйрәнеүгә йүнәлтелгән видеояҙмалар 15 секундтан 60 секундҡа тиклем дауамлыҡта, юғары сифатлы булырға тейеш. Эшегеҙҙе [email protected] электрон адресына ғариза менән ҡушып ебәрергә, беркетелгән хатта “Работа на конкурс” тип яҙырға һәм үҙегеҙҙең фамилияны күрһәтергә кәрәк.
Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.

Конкурс тураһында тулыраҡ “Бәйләнештә” селтәрендәге “Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды” төркөмөндә таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: