Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Декабрь 2019, 11:40

КӨТӨП АЛАМ ҺӘР ҺАНЫН

Уҡып сығам "Таң" гәзитен Бер хәрефен ҡалдырмай, Мәҡәләләр, хикәйәләр... Береһе лә ялҡытмай.

Уҡып сығам "Таң" гәзитен
Бер хәрефен ҡалдырмай,
Мәҡәләләр, хикәйәләр...
Береһе лә ялҡытмай.


Көтөп алам яңы һанын -
Ниҙәр яҙылған икән?
Таныш-тоноштар турында
Хәбәрҙәр бармы икән?


"Таң"дағы бар яҙмаларҙы
Бер тынала уҡыйым.
-Алдырығыҙ "Таң"ды тиеп
Барыһына туҡыйым.


"Таң"ға яҙылмаһалармы...
Эскәйем бошоп китә,
Алдырайыҡ, таратайыҡ -
"Районка"ға ни етә!


Уҡымлы уның һәр бите,
Хикәйә, шиғырҙары,
Баҫыла унда бик күпләп
Район яңылыҡтары.


Дотация, пособие...
"Таң"да ғына яҙыла,
Пенсия яңылыҡтарын
Беләбеҙ беҙ тағы ла.


Райондаштар, дуҫҡайҙарым,
Әйҙә берҙәм булайыҡ,
Һәр бер өйгә "Таң" гәзитен
Әйҙәгеҙ алдырайыҡ.


Түҙемлек, һаулыҡ теләйбеҙ
"Таң"да эшләүселәргә,
Гәзит аша илһам, шатлыҡ,
Яҡты өләшеүселәргә.
Читайте нас: