Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Декабрь 2019, 14:05

ЯҘЫЛА ҺАЛ ТИҘЕРӘК!

Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң ата микән? Намаҙға торҙоғоҙмы һеҙ? Ә мин уҡыным күптән.

Таң әтәстәре ҡысҡыра,
Әллә таң ата микән?
Намаҙға торҙоғоҙмы һеҙ?
Ә мин уҡыным күптән.


Сәй ҙә эсеп алдыҡ инде
Баллап, ҡоймаҡлап, майлап...
Ә хәҙер гәзит уҡыйым
Ентекләп, аңлап, яйлап.


Таң гәзите ныҡ шәп бит ул,
Ундай баҫмалар һирәк.
“Һаҡмар” ҙа яҡшы инде ул,
Тик һеҙҙеке бигерәк!


“Бөрйәнем”,- тип тибә икән
Күкрәгеңдәге йөрәк,
Таңдан “Таңға” йүгереп бар ҙа
Яҙыла һал тиҙерәк!
Читайте нас: