Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Декабрь 2019, 18:55

ТАҢ ЙОНДОҘО БИТ УЛ “ТАҢ”!

Ем-ем итеп таң йондоҙоӘкрен генә күҙен ҡыҫа.Ә зәңгәр күк – оялсан ҡыҙ,Әкрен генә йөҙөн аса.

Ем-ем итеп таң йондоҙо
Әкрен генә күҙен ҡыҫа.
Ә зәңгәр күк – оялсан ҡыҙ,
Әкрен генә йөҙөн аса.

Бер ҡараһаң, таң йондоҙо
Уттай янып балҡып тора.
Ә ҡайһы көн, шат йылмайып,
Айға ҡарап нурын һуҙа.

Таң йондоҙо йылмайғанда
Ер-әсә лә уяналыр.
Илем, күгем тыныс, тиеп
Ошо хаҡта уйланалыр.

Күктең аяҙ, илдең тыныс
Булыуҙары үҙебеҙҙән.
“Таң” гәзитен уҡығанда
Нуры балҡый йөҙөбөҙҙөң.

Район йөҙө “Таң” гәзите
Таң йондоҙо кеүек яҡты.
Яңылыҡтар, яҡшылыҡтар
Уҡымлы һәм бик тә яҡшы.

Таң йондоҙо ем-ем итеп
Бөтә халыҡты сәләмләй.
“Таң” гәзите лә районды
Алға өндәр бер әләмдәй.
Читайте нас: