Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2019, 11:41

ӘСӘЙЕМ - ҺҮНМӘҪ ЙОНДОҘОМ

Әсәй- донъялағы иң ҡәҙерле иң яҡын һүҙ. Беҙгә һәр саҡ ярҙам итеүсе, терәк булыусы, ярты һүҙҙән аңлап тороусы, гел дә кәйеф булмаған да уны күтәреүсе кеше кем һуң ул?!

Әсәй- донъялағы иң ҡәҙерле иң яҡын һүҙ. Беҙгә һәр саҡ ярҙам итеүсе, терәк булыусы, ярты һүҙҙән аңлап тороусы, гел дә кәйеф булмаған да уны күтәреүсе кеше кем һуң ул?! Әлбиттә, ул- әсәй. Әсәйҙәрҙең йылмайыуы ҡояштан да сағыуыраҡ, ҡарашы айҙан да нурлыраҡ, ҡулдары яҙғы йылы елдән дә йомшағыраҡ, тауышы һандуғас тауышынан да моңлораҡ, һүҙҙәре үтә лә яғымлы, ҡосағы иң йылыһы. Бына ниндәй ул беҙҙең әсәйҙәр!
Минең әсәйем, Салауатова Нәсимә Сабир ҡыҙы, 1978 йылда Бөрйән районы Байғаҙы ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән эшһөйәр, шаян, шуҡ булып үҫә. Атайы һәм әсәйенең, ҡустыларының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, терәге була.
Әсәйем әлеге көндә мәктәбебеҙҙә музыка һәм тарих фәненән белем бирә. Һәр яҡлап та һәләтле ул. Матур итеп йырлай, баянда уйнай, тәмле бешерә, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Йыл да йәш йондоҙсоҡтар әҙерләп конкурстарға йөрөй, призлы урындар яулай.
Әсәйем миңә донъяның яңы серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә,
барыһына ла өйрәтергә тырыша, һорауҙарым ды бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалдырмай.Бик ҡыҙыҡһынғас әсәйем мине ноталар уҡырға һәм яҙырға өйрәтте. Тағы ла беҙ икәүләп районыбыҙҙан сыҡҡан бик талантлы композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин тураһында эҙләнеү эше башҡарҙыҡ. Был эшебеҙ миңә айырыуса оҡшаны.
Әсәйем беҙҙе ярты һүҙҙән аңлай, һәр саҡ ярҙам итергә тырыша. Уның аҡыллы кәңәштәре, күңел күтәрерлек һүҙҙәре беҙгә көс-дәрт өҫтәй. Беҙ әсәйебеҙҙе яратабыҙ, шуға ла һәр саҡ ярҙам итәбеҙ, яҡшы эштәребеҙ менән ҡыуандырып торорабыҙ.
Әсәй! беҙ тип йәшәгәнең өсөн, беҙҙең янда булғаның өсөн, бөтмәҫ ярҙамың, тәмле аштарың, татлы һүҙең, йомшаҡ ҡулдарың, наҙлы йылмайыуың, йылы ҡарашың, һүнмәҫ һөйөүең өсөн мең рәхмәт. Әсәйем! Һин беҙҙең һәр саҡ юл яҡтыртыусы һүнмәҫ йондоҙобоҙ.
Читайте нас: