Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2019, 12:04

ӘСӘЙЕМӘ БАҒЫШЛАЙЫМ

Мәктәптән өйгә ҡайтҡанда Аш еҫе аңҡып тора. Әсәйем,өҫтәл әҙерләп, Мине көтөп ултыра.

Әсәйем менән


Мәктәптән өйгә ҡайтҡанда

Аш еҫе аңҡып тора.

Әсәйем,өҫтәл әҙерләп,

Мине көтөп ултыра.


Әсәйем бешергән аштың

Тәме шул тиклем тәмле.

Бөтә күңелен һалып бешергәс,

Ашауы ла күңелле.


Тәмле итеп сәй яһап,

Бергәләшеп эсәбеҙ.

Көнөбөҙ нисек үткәнен

Һөйләшеп, серләшәбеҙ.


Әсә мөхәббәте.


Әсәйем мөхәббәтенең,

Иге лә, сиге лә юҡ.

Әсәйҙән ныҡ яратыусы,

Донъяла бер кем дә юҡ.


Беҙ тип борсола ул һәр саҡ,

Ел-ямғырҙарҙан һаҡлай.

Әсе яҙмыш елдәренән,

Яуызлыҡтарҙан яҡлай.


Рәхмәт һиңә, әсәкәйем,

Үҫтерәһең гөлдәй наҙлап.

Өйрәтәһең гел яҡшыға,

Теләктәрең һинең ап - аҡ!


Йәшә, әсәй!


Ҡыуанып йәшә, әсәйем,

Һиңә йылмайыу килешә.

Бәхет-шатлыҡтар теләп,

Әсәй, һиңә өндәшәм.


Ҡояш ғүмере теләйем,

Мәңге йәшә, әсәйем!

Һин бит минең берҙән-берем,

Һиңә таянып йәшәйем.


Йөҙөңдән шатлыҡ һүнмәһен,

Баҫмаһын ҡайғы-даръя.

Саҡ ҡына йылмаймай торһаң,

Ҡараңғы кеүек донъя.


Һин йылмайһаң, әсәкәйем,

Йылмая бөтә донъя.

Һинең шатлыҡ – минең шатлыҡ,

Әсәй, бер ҙә моңайма.


Читайте нас: