Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2019, 12:18

МӘҢГЕ ЙӘШӘ, МӘҢГЕ ЙӘШ БУЛ, ҠӘҘЕРЛЕ ӘСӘЙЕМ!

"Әсәй" һүҙе һәр кем өсөн иң -иң ҡәҙерле һәм яҡын һүҙ. Әсәй - балаһына ғүмер бүләк итеүсе, үҙенең йәнен бүлеп биреүсе,тәрбиәләп,ҡарап,һаҡлап үҫтереүсе, донъяны тәүләп үҙ телендә танырға өйрәтеүсе , һәр саҡ яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе, бәхет теләп тороусы кеше.

"Әсәй" һүҙе һәр кем өсөн иң -иң ҡәҙерле һәм яҡын һүҙ. Әсәй - балаһына ғүмер бүләк итеүсе, үҙенең йәнен бүлеп биреүсе,тәрбиәләп,ҡарап,һаҡлап үҫтереүсе, донъяны тәүләп үҙ телендә танырға өйрәтеүсе , һәр саҡ яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе, бәхет теләп тороусы кеше.
Әсәйҙәр байрамы алдынан,ҡәҙерле әсәйем Рәүилә Булат ҡыҙы Ғарифуллина хаҡында яҙғым килде. Ул Бөрйәнебеҙҙең ҡая-ташлы, хозур тәбиғәтле ,төҙөк, оло йөрәкле, тырыш халҡы менән данлы Мораҙым ауылында тыуып үҫкән. Ҙурайғас, донъялағы иң матур ауылдарҙың береһе Мәһәҙей ауылында атайым Данил Зәкир улы Ғарифуллин менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур итеп донъя көтә башлаған улар.
Ғаиләбеҙҙә әсәйем, атайым, мин, Динир һәм Ғайса ҡустыларым бик татыу йәшәйбеҙ.Динирға - һигеҙ, Ғайсаға өс йәш.
Динир ҡустым менән икәүбеҙ тыуған ауылыбыҙ мәктәбендә белем алабыҙ. Әсәйем беҙҙе һәр саҡ иркәләп йоҡонан уята, уңыштар теләп, мәктәпкә оҙатып ҡала. Мәктәптән ҡайтыуыбыҙҙы тәмлекәстәр бешереп,ҡаршы ала. Бергәләп өй эштәрен эшләйбеҙ.Атай-әсәйгә ярҙам итәбеҙ.Ҡустымды ҡарашабыҙ. Ғаилә байрамдарын бергәләп, күңелле итеп үткәрәбеҙ.Һуғым ашы,ҡаҙ өмәһе һәм башҡа матур хеҙмәт байрамдарыбыҙ иҫтә ҡалырлыҡ була, атайым,әсәйем менән иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшәбеҙ.Бына шулай бик матур йәшәйбеҙ. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ, балта оҫтаһы, әсәйем ауылыбыҙҙа һатыусы булып эшләй.
Әсәйҙәр байрамы уңайынан һөйөклө әсәйемә арнап яҙған шиғырым менән иншамды тамамлағым килә.
Әсәйем - иң яҡын кешем,
Ул тырыш та, уңған да.
Һәр саҡта ла шат йөҙлө,
Уның менән күңелле.
Өйрәтә тырыш булырға,
Яҡшы уҡып, дөрөҫ йәшәргә.
Изгелекле һәм тәртипле булып,
Гел алға ынтылырға.
Читайте нас: