Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз, һүҙ - әсәй! Әсәй - ул һәр кем өсөн иң ҡәҙерле изге кеше.Ошо кескәй генә һүҙҙә күпме йылылыҡ, яғымлылыҡ бөркөлә.
Минең дә әсәйем - донъялағы иң ҡәҙерле, иң яҡын берҙән-бер кешем.Ул минең тормош юлымдағы иң тоғро юлдашсым да, кәңәшсем дә.Әсәйем беҙҙе яҡшыны - ямандан айырырға, ололарҙы хөрмәт итергә, кеселәргә үрнәк күрһәтергә өйрәтә.Уның ҡулынын килмәгән эше юҡ, һәр эште еренә еткереп, оҫта итеп башҡара. Аш - һыуға, тегенергә, бәйләнергә, сигенергә бик оҫта. Ошо оҫталыҡтарын беҙгә лә өйрәтә килә. Ә ниндәй генә сәскәләр үҫмәй һуң әсәйемдең баҡсаһында? Әсәйем бала саҡтан алып төрлө хуш еҫле гөл - сәскәләр ярата, шуға ла улар беҙҙең өйөбөҙҙө биҙәп тора.
Ниндәй генә хәлдәр булмаһын әсәйем һәр саҡ мине аңлай, ярҙам итә.Ул беҙҙе ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, көслө рухлы булырға өйрәтә. Ҡәҙерлем янында миңә һәр ваҡыт рәхәт, үҙемде ышаныслы тоям. Уның яғымлы ҡарашы йәшәүгә көс, дәрт бирә.Мин әсәйемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен!