Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2019, 12:26

БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ

«Әсәкәйем минең аҡ фәрештәм,Янда булһаң – донъя түңәрәкЙәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,Бәхет өсөн миңә һин кәрәк.»

«Әсәкәйем минең аҡ фәрештәм,
Янда булһаң – донъя түңәрәк
Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,
Бәхет өсөн миңә һин кәрәк.»
"Улым, тор инде, алда һине Бөйөк эштәр көтә!"- тигән әсәйемдең наҙлы, йомшаҡ тауышын ишетеп, күҙҙәремде асам. Эргәмдә йылмайып ҡына әсәйем баҫып тора. Һәр иртән гел генә ул мине иркәләп, яратып йоҡонан уята. Мин тиҙ – тиҙ генә күнекмәләр яһап алам, йыуынам, кейенәм һәм өҫтәл артына барып ултырам. Унда мине әсәйем әҙерләгән һоло бутҡаһы, май яғылған икмәк, һөтлө сәй көтә. Һәр көндө әсәйем мине изге теләктәрен теләп, мәктәпкә оҙата.
Мин бик бәхетлемен, сөнки оҙатып ҡалыусы һәм ҡаршы алыусы ғәзиз кешем – әсәйем бар. Уның исеме – Эльвира. Ул Бөрйән районының Кесе Нөгөш йылғаһы буйына һыйынып ултырған Аҫҡар ауылында донъяға килгән. Бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр булып үҫкән. Мәктәптә лә бик яҡшы уҡыған, бигерәк тә теүәл фәндәрҙе яратҡан. Әсәйем – уҡытыусы. Балаларға математика серҙәрен аса. Уҡыусылары ла әсәйемде ныҡ ихтирам итә.
Һәр бер балаға үҙ әсәһе ҡәҙерле, әллә кем! Миңә лә әсәйемдән дә матурыраҡ, хәстәрлерәк кеше юҡ. Күңелемә һыймаҫ шатлыҡты ла, ауыр булып киткәндәге хәлемде лә ул иң беренсе һиҙә, ярҙам ҡулы һуҙа. Йомшаҡ ҡулдары менән сәстәремдән һыйпап, арҡамдан дөпөлдәтеп һөйһә, бөтә ауырлыҡтар һыпырып алған кеүек була. Ул мине һәр саҡ аңлай, аҡыллы кәңәштәрен бирә.
Әсәйемдең алтын ҡулдары нимә генә эшләмәй. Уның бешергән тәмле – тәмле аштары, ҡабарып уңған икмәге,бәлештәре шундай тәмле, бәйләгән ойоҡбаштары, бейәләйҙәре шул тиклем йылы.
Әсәйем өйҙә булмаһа бушлыҡ ныҡ һиҙелә. Өйгә ҡайтып инһә, ҡояшты күтәреп килеп ингән кеүек, була. Өй эсе нур, яҡтылыҡ менән тула.
Әгәр ҙә минән: «Хоҙайҙан нимә теләр инең?» - тип һораһалар, мин бары әсәйемдең янымда булыуын, уның оҙон - оҙаҡ бәхетле йәшәүен теләр инем.
Тиҙерәк үҫеп, ҙур кеше булһам, әсәйемде эргәмдә генә, ауырлыҡтар күрһәтмәй, ҡәҙер – хөрмәттә генә йәшәтер инем. Ә әлегә миңә уны яҡшы уҡыуым, һәйбәт тәртибем менән генә ҡыуандыраһы ҡала.
Әсәйем, берҙән – берем! Һиңә ниҙер теләһәм дә әҙ булыр. Һине сикһеҙ яратыуымды, хөрмәт итеүемде шиғри юлдарға һалам.
Мәңге йәшә, ҡәҙерле кешем!
Әсәкәйем минең, иң яҡыным,
Һин – ҡояшым, ә мин – нурҙарың,
Бына бөгөн, әсәй үҙеңде лә
Шиғыр аша йылыта уйҙарым.
Читайте нас: