Минең әсәйемдең исеме Светлана. Мин уны ныҡ яратам. Ул эшһөйәр, аҡыллы, уңған. Уның ризыҡтары тел йоторлоҡ. Әсәйем бәләкәй сағынан табип булырға хыялланған. Ә хәҙер ул фельдшер булып эшләй. Ул мине "алтыным" тип йөрөтә. Әсәйем минең өсөн иң ҡәҙерле кеше. Мин уның өсөн терәк булып үҫкәнмен.
Әсәйем һәр саҡ йылмая, һөйләгәндә һүҙҙәре лә, сулпы сылтырауы кеүек, матур булып сыға. Әсәйемдең ал йөҙөндә ниндәйҙер нур балҡыған төҫлө тойола. Әсәкәйем! Киң күңелең, оло йөрәгеңде мин көн һайын нығыраҡ аңлайым. Әсәйем, рәхмәт, мең рәхмәт һиңә!