Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ
Юлдаш булһын, һиңә гелән.
Иншамды Нәркәс апайым яҙған шиғыр юлдары менән башлайым әле. Минең әсәйем Сабитова Нәзирә Ғүмәр ҡыҙы. Ул Байғаҙы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Әсәйем 3 балаға ғүмер биргән.Оло апайым Нәзилә “Аҡ Барс” банкында бухгалтер-кассир булып эшләй, Нәркәс апайым Өфөлә - медколледжда, ә мин 4 -се класта белем алабыҙ.
Әсәйем минең өсөн үрнәк. Ул матурҙы – насарҙан, яҡшыны – ямандан айырырға өйрәтә, ололарҙы ололай белергә, кеселәргә һәр саҡ ағай булып ҡалырға кәрәклекте, бер кемгә лә ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәҫкә өйрәтә.Мин әсәйемде яратам.Әсәй,был донъяға бүләк иткәнеңә мең-мең рәхмәт һиңә!