Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ноябрь 2019, 16:55

ӘСӘЙЕМ КЕҮЕК БУЛҒЫМ КИЛӘ

Борон заманда түгел, 35 йыл элек, йәмле Ейәнсура ерендә , бер матур ғаиләлә өс батыр улдан һуң, көттөрөп кенә ҡыҙ бала донъяға тыуа. Әсәһенең шатлығының иге-сиге булмай. Шуға ла уны яратып Гөлгөнәм – бер генәм тип исем ҡуша.

Борон заманда түгел, 35 йыл элек, йәмле Ейәнсура ерендә, бер матур ғаиләлә өс батыр улдан һуң, көттөрөп кенә ҡыҙ бала донъяға тыуа. (Рус әкиәтендәге кеүек). Әсәһенең шатлығының иге-сиге булмай. Шуға ла уны яратып Гөлгөнәм – бер генәм, тип исем ҡуша. Ҡыҙыҡай аҡ йөҙлө, һары сәсле булып үҫә. Төртмә теллеләр: «Һин күрше Надяның ҡыҙылыр ул. Бында нимә эшләп йөрөйһөң?» - тип шаяртҡандар.(Күршеләре урыҫ була). Был һүҙҙәрҙән ҡыҙыҡай үкереп илаған. Шуғалырмы инде, Гөлгөнә мәктәпте тамамлағас, Сибай ҡалаһындағы башҡорт филология факультеты институтына уҡырға инә. Башҡорт балаларын уҡытырға теләге ҙур була. Ҡулына диплом алғас, ҡара ҡашлы саф башҡорт егете уны кәләш итеп алырға килә. Йәш ғаилә тырышып донъя көтә, икеһе лә мәктәптә эш башлай.
Әлбиттә, дала ҡыҙына урманлы, ҡырыҫ тәбиғәтле Бөрйән еренә өйрәнеп килеүе ҡыйын ғына була. Ләкин ул бирешмәй, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, һыйыр һауа.
Һөйөү емештәре булып ике ул һәм бер ҡыҙ тыуа. Был бәхетле балаларҙың береһе мин булам.
Эйе, мин бәхетлемен, сөнки шундай матур, аҡыллы, яғымлы әсәйем булғанға. Ул һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итә. Тәмле-тәмле аштар менән һыйлай. Туғандарым менән уны ҡайғыртмай, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Мин дә үҫкәс әсәйем кеүек булғым килә.
Читайте нас: