Иң ҡәҙерле кешебеҙ — беҙгә ғүмер бүләк итеүсе, иркәләп-наҙлап үҫтереүсе, бар ғүмерен, булмышын ғәзиз балаларына бағышлаусы әсәйебеҙҙе әсәйҙәр байрамы мҽнән ҡотлайым.
Әсәйебеҙ, беҙҙең өсөн мәңгелек нур һибеүсе ҡояш төҫлө: уның менән яҡты ла, йылы ла, рәхәт тә. Беҙ уның аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, талапсан булыуын хөрмәт итәбеҙ, изгелеклелеге, кешелеклелеге алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле булыуына һоҡланабыҙ.