Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Ноябрь 2019, 14:26

ӘСӘЙЕМДЕҢ ҺӘР ЭШ КӨНӨН БАЙРАМҒА ӘЙЛӘНДЕРЕР ИНЕМ

Әсәй... Ниндәй матур, яғымлы күңелгә ятышлы яңғырай был һүҙ. Донъяла иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе - ул минең әсәйем.

Әсәй... Ниндәй матур, яғымлы күңелгә ятышлы яңғырай был һүҙ. Донъяла иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе - ул минең әсәйем. Әсәйем Ишҡолова Ләйсән Азат ҡыҙы. Ул Байғаҙы ауылы мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләй. Беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк итеүсе. Әсәйем өйҙә булғанда күңелле лә, йәмле лә, күңел дә күтәренке була. Миңә күңелһеҙ, ҡыйын булған ваҡытта әсәйем янымда булһа, бар ҡайғыларым онотола, күңелле булып китә. Ул ауыр хәлдән сығырға ярҙам итә.
Әсә йөрәге - иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк. Унда бер ваҡытта ла яратыу хисе һүнмәй. Нисә генә, биш йәки илле йәш булһын - әсәй һәр саҡ кәрәк. Уның иркәләүе, күҙ ҡарашы йылылыҡ һәм көс, дәрт бирә. Беҙ йылына бер тапҡыр ғына әсәләр көнөн билдәләйбеҙ. Хәлемдән килһә, мин әсәйемдең һәр эш көнөн байрамға әйләндерер инем. Әсәйҙәргә тик яҡшылыҡ, изгелектәр генә эшләйек, уларҙы тырышып уҡыу менән ҡыуандырайыҡ.
Читайте нас: