Минең әсәйем ауылымдың иң уңғандарынан һанала. Бәләкәй саҡтан бешеренеүгә оҫта булған ул. Әсәйемдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Көн һайын тиерлек беҙҙе төрлө-төрлө бәлеш, печеньелар менән һыйлай. Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге - буҙаһы ла уның иң тәмлеһе. Шулай уҡ ҡорот, ҡыҙыл эремсек, сыр кеүек һөт аҙыҡтарын да бик оҫта етештерә, икмәкте лә күпертеп бешереп ҡуя. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, тигәндәр бит боронғолар. Шуға күрә мин дә әсәйем өйрәткәндәрҙе иҫемдә ҡалдырырға тырышам. Бигерәк тә миңә пончик бешереү оҡшай. Һеңлеләрем дә ярата был тәмлекәсте.
Пончикты бешереү өсөн беҙгә түбәндәге ингредиенттар талап ителә:
Көнбағыш майы (ҡыҙҙырыу өсөн).
Иң тәүҙә сүпрәне йылы һөткә болғап, он ҡушып йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡамырыбыҙ ҡалҡһа, йомортҡа, шәкәр, май ҡушып, болғайбыҙ ҙа 1-1,5 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Артабан ҡамыр йәйәбеҙ ҙә ҡалас рәүешендә ҡырҡабыҙ. 20-30 минуттан һуң, көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Пончиктарыбыҙ әҙер булғас, уны йәнебеҙ теләгәнсә итеп биҙәй алабыҙ. Ә беҙ әсәйем менән күбеһенсә иретелгән шоколад менән биҙәргә яратабыҙ. Матур ҙа, тәмле лә килеп сыға.
Был тәмлекәсте беҙгә заказдар биреп, тыуған көндәргә, төрлө байрамдарға бешертеп алалар. Ваҡытыбыҙ булһа, ауылыбыҙҙағы магазиндарға бешереп һалып, аҡса ла эшләп алабыҙ. “Һә” тигәнсе алып бөтәләр, эй яраталар ҙа инде пончикты бәләкәс дуҫтарыбыҙ. “Эшең миңә булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн,”- ти әсәйем.
Киләсәктә һеңлеләремә үрнәк булып, әсәйем кеүек оҫта ҡуллы, егәрле, ауылымдың уңған ҡыҙы булырға теләйем.
Тыуған йортом һинең менән йәмле,
Һин булғанға ғәзиз әсәйем.
Бәйләй, сигә, тегә, бешерә.
Гөл-сәскәгә күмә донъяһын,
Өлгөрә ул йырлап-бейергә.
Көндәребеҙ яҡты булһын өсөн,
Ел-ямғырҙан беҙҙе яҡлаусы.
Берҙән-берем йәшәү шатлығым,