Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Ноябрь 2019, 17:51

ӘСӘЙҘӘРГӘ АУЫР ҺҮҘ ӘЙТМӘГЕҘ!

Әсәй, әсәкәйем! Ошо матур исем менән тик бер генә кеше атала. Донъялағы бөтә бәпәйҙәр ҙә иң беренсе әсәй тип өндәшә.

Әсәй, әсәкәйем! Ошо матур исем менән тик бер генә кеше атала. Донъялағы бөтә бәпәйҙәр ҙә иң беренсе әсәй тип өндәшә. Юҡҡамы ни ҡолап китеп, бер еребеҙҙе ауырттырһаҡ, әсәй, әсәй тип илап ебәрәбеҙ. Терпе лә үҙ балаһын йомшағым, тип ярата бит, ә әсәйҙәр беҙҙе ни хәтлем шаярһаҡ та, ҡайсаҡ яңылыш эш боҙһаҡ та яратыуҙан туҡтамай. Арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп, олоһона ла, кесеһенә лә „И бәпесемде," тип кенә тора.
Мәктәптән ҡайтыуға тәмле аштар бешереп ҡуя. Көн дә тиерлек бәлештәр, ҡоймаҡтар бешерә. Йәй көнө ҡышҡа етәрлек ҡайнатмалар әҙерләй, турамалар эшләй.
Әсәй өйҙә саҡта күңелле, ул өйҙә булмаһа күңелһеҙ була. Юҡҡа ғына әсәйҙе ҡояш тиңләмәйҙәр.
Әсәй, әсәкәйем, ҡәҙерле кешем минең, байрамың менән ҡотлайым һине!
Әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ!
Әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Донъяларҙа улар берәү генә.
Балам тиеп көнө-төнө яна,
Ҡайғыралыр бары әсәй генә.
Әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Әсәйҙәр бит күберәк йәшәгән.
Әллә күпме ауырлыҡтар күргән,
Күпме йәшен кеүек йәшнәгән.
Ғәфү итеүҙәрен һорайыҡсы,
Һәр бер ҡылған яман эштәргә.
Тик әсәйҙәр генә беҙҙе аңлар,
Улар беҙҙе наҙлап үҫтергән.
Йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәйек,
Игелекле балалар булайыҡ.
Улар беҙҙең өсөн ҡайғырмаһын,
Изгелектәр генә ҡылайыҡ.
Читайте нас: