Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тип әйтелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. Тап шулай, беҙҙең ғаиләлә лә ағайым атайыма булышһа, беҙ һеңлем менән аш-һыу бүлмәһендә әсәйем янында. Әсәйем менән төрлө салаттар эшләргә, ҡамыр аштары бешерергә яратабыҙ. Ғаиләбеҙҙә милли ризыҡтарҙы ла үҙ итәбеҙ. Әсәйем һалмалы ашты бик оҫта һәм тәмле бешерә. Башҡа төр ризыҡтарға ҡарағанда ла мин ни өсөндөр бәләкәстән һалмалы ашты яраттым. Өй һалмаһы бигерәк тәмле шул!
Мин һеҙгә һалма йәйеү сере менән таныштырып китәм. Аҡ он, йомортҡа, йылымыс һыу, бер аҙ тоҙ ҡушып ныҡ ҡаты ла, үтә йомшаҡ та булмаған ҡамыр баҫаһың. Уны әсәйем өйрәткәнсә, һыуға йомортҡаны мулыраҡ ҡушып баҫһаң, һалма һап-һары була һәм бешергәндә иҙелмәй. Ҡамырҙы күпмелер ваҡытҡа ял итергә һалып алырға кәрәк. Йоҡа ғына итеп йәйеп, бер аҙ киптереп алғас, төрлө формала ҡырҡырға була.
Башҡорттарҙа һалмалы аш бешереү борондан килгән йола. Бындай төр аш туҡлыҡлы ла, тәмле лә. Һалмалы аш менән иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һыйлағандар, ғаилә менән табынға йыйылғанда ла иң төп ризыҡ һаналған.
Дуҫтар, халҡыбыҙҙың милли, хәләл ризыҡтарына өҫтөнлөк бирәйек! Табындарығыҙ йәмле һәм тәмле булһын!