Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Ноябрь 2019, 17:14

РӘХМӘТЛЕМЕН ҺИҢӘ, ӘСӘЙ

Әсәй! Ошо яғымлы һүҙҙән дә ҡәҙерлерәк һүҙ бармы донъяла. Иң ауыр минутта уның бер йылмайып ҡарауынан хатта күңел күтәрелеп китә. Ҡәҙерле кешемде баш осондағы йылы ҡояшҡа тиңләр инем. Уның күҙҙәрендә биш балаһына ҡарата тигеҙ өләшерлек йылылыҡ бөркөлә.

Минең әсәйемдең исеме - Фирүзә. Шул тиклем изге һәм саф күңелле минең әсәйем. Әсәйемдең ҡулдары алтын! Беҙгә тәмле итеп бәлештәр бешерә, ҡоймаҡ ҡоя, салаттар эшләй, баҡса үҫтерергә лә ярата. Йәй еттеме, беҙ әсәйем менән урманда төрлө емеш-еләк йыябыҙ. Әсәйем йыйған еләктәрҙе һатып, беҙгә уҡыуға кәрәк-яраҡтар алырға ярҙам итә.
Йылы ойоҡ бейәләйҙәр бәйләй, мәрйен - тәңкәларҙән һаҡал-түшелдеректәр, ҡорамалап түшәктәр эшләй белә минең әсәйем. Уның һәр ваҡыт беҙгә: "Яҡшы уҡығыҙ, тиңдәр араһында тиң булығыҙ!" - тип әйтеүе беҙҙе дәртләндерә.
Әсәй, һинең гел шулай матур, көслө, бәхетле булыуыңды теләйем. Әсәкәйем һиңә мең - мең рәхмәт!
Читайте нас: