Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Ноябрь 2019, 19:46

ӘСӘЙЕМДЕ ҺАҒЫНАМ

Әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 37 йыл. Шулай ҙа әсәйемде һәр көн иҫкә алып, бала сағымды күҙ алдына килтерәм.

Әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 37 йыл. Шулай ҙа әсәйемде һәр көн иҫкә алып, бала сағымды күҙ алдына килтерәм. Әсәй, дүрт кенә хәрефтән торған һүҙ, күпме мәғәнәне аңлата. Әсәй һүҙе алтынға бәрәбәр. Әсәйем оҫта тегенсе булды. Ауылдың оло инәйҙәренә 3-4 япма һалып күлдәк тегә торғайны, ә беҙгә, биш ҡыҙға теккән күлдәктәре фабрика күлдәктәренән бер ҙә кәм булманы. Минең әсәйем Буранбаева (Вәлеева) Зәбирә Хөсәйен кыҙы ине. Байназар ауылында йәшәне. Мин үҙем өләсәймен, шулай ҙа әсәйемде һағынам.
Әсәйемә
Әсәйемдең барлыҡ бәхеттәре
Бала бағыу, бала һөйөүҙә.
Әсәкәйем, минен берҙән-берем,
Һин иҫтәһең мәңге-мәңгегә.
Әсәкәйем минең берҙән-берем,
Һин яраттың мине наҙланың.
Маңлайымдан үбеп,сәстән һыйпап,
Һәр таңда һин, шулай уяттың.
Теккән матур күлдәктәрең, әсәй,
Әле булһа һаман иҫемдә,
Теккән матур күлдәктәрҙе кейеп
Бейеп йөрөгән һәр саҡ хәтерҙә.
Әсәкәйем минең берҙән-берем
Мине тыуҙырғанға бик шатмын.
Мин бәхетлемен әсәкәйем,
Мең рәхмәтлемен мин һиңә.
Читайте нас: