Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Ноябрь 2019, 14:14

Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!

Донъялағы иң яғымлы, иң матур һүҙ - ул Әсәй. Һәр бер бала тыуғас та иң беренсе әсәй тип теле асыла, ауыр саҡта ла, шатлыҡта ла иң тәүҙә әсәй тип йүгерәбеҙ. Әсәйҙәрҙең яғымлы һүҙе күңелдәрҙе иретер, йомшаҡ ҡулдары ауыртҡан ерҙе баҫыр, әйтерһең дә әүлиә.

Донъялағы иң яғымлы, иң матур һүҙ - ул Әсәй. Һәр бер бала тыуғас та иң беренсе әсәй тип теле асыла, ауыр саҡта ла, шатлыҡта ла иң тәүҙә әсәй тип йүгерәбеҙ. Әсәйҙәрҙең яғымлы һүҙе күңелдәрҙе иретер, йомшаҡ ҡулдары ауыртҡан ерҙе баҫыр, әйтерһең дә әүлиә.
Ә донъялағы иң ҙур йөрәк – уның йөрәге. Унда барлыҡ серҙәр һыя. Барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстар, бөтә ҡайғы-хәсрәттәр әсә йөрәге аша үтә. Нисек кенә йөрөй икән балам тиеп көнө-төнө борсола, йоҡлағанда килеп юрғаныңды төҙәтеп яба һәм ипләп кенә баштан һыйпай.
Әсә һәм бала! Был турала әллә күпме һүҙҙәр яҙырға булалыр. Был бит иң матур, иң яғымлы һүҙҙәр. Ул һүҙҙәрҙе ишеткәндә иң беренсе бәләкәс кенә бәпес ҡосаҡлаған әсә һүрәте күҙ алдына килә. Әсә кеше балаһынан күҙен алмай текләп ултыра. Әйтерһең дә ул икәүҙән башҡа бер кем юҡ тирә-яҡта. Һәм шулай бала ҙурайғас та әсә күҙенән, әсә ҡарашынан ситтә ҡалмай, һәр саҡ күҙәтеү аҫтында була. Әсәйле булыу, көндә әсәй тигән һүҙҙе әйтә алыу - бәхет.
Минең әсәйем, беҙгә алты балаға ғүмер биреүсе - Әйүпова Нәзифә Ғилфан ҡыҙы. Ул бар яҡтан да уңған. Әсәйемдең бешергән тәмле аштары, телде йоторлоҡ бәлештәре тиһеңме, баҡса тултырып үҫтергән йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләре, йә булмаһа үҙ балаларындай ҡараған бал ҡорттары шул хаҡта һөйләй түгелме?
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, хәлдән килгәнсе уға ярҙам итәбеҙ. Уның һәр эшен еңеләйтергә тырышабыҙ.
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белеп, уларҙың һәр көнөн бәхетле итеү - беҙҙең төп бурыс. Бер ҡасан да әсәйҙәр бала ҡайғылары күрмәһен, донъялағы бар балалар әсәйле булыу бәхетенән яҙмаһын.
Эй, Хоҙайым, үтенеп һорайым,
Әсәйемдән беҙҙе айырма.
Яңы ҡалҡып осор сағыбыҙҙа,
Пар ҡанатыбыҙҙы айырма.
Эй, Хоҙайым, атай-әсәйемә,
Һаулыҡ-сәләмәтлек йәлләмә.
Атай-әсәй барҙа ғына донъя,
Ҡояшлы көн кеүек йәмләнә.
Улар ҙа бит беҙгә көнө төнө,
Сәләмәтлек һорай Хоҙайҙан.
Бала һәр сәҡ бала булып ҡала,
Ә беҙ инде күптән ҙурайған.
Читайте нас: