Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Ноябрь 2019, 18:40

Рәхмәт, әсәй, һиңә барыһы өсөн!

Донъялағы иң изге, наҙлы, оло мәғәнәгә эйә булған һүҙ ул-әсә! Әсәй, бары тик ул ғына һәр кеше өсөн алтынға тиң,ҡәҙерле кеше!

Донъялағы иң изге, наҙлы, оло мәғәнәгә эйә булған һүҙ ул-әсә! Әсәй, бары тик ул ғына һәр кеше өсөн алтынға тиң,ҡәҙерле кеше! Ул ғүмер бүләк итеүсе, ел дауылдарҙан ҡурсалаусы, тәрбиә һәм белем биреүсе, гелән файҙалы кәңәштәре менән бүлешеүсе, ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулын һуҙыусы, иң яҡшы серҙәш һәм әхирәт тә, ә иң мөһиме бар күңеле менән һине яратыусы.Бер генә кеше күпме яҡшы сифаттарға хас!
Минең әсәйем,Дәүләтшина Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында Әхмәт һәм Рауза Байназаровтар ғаиләһендә 6-сы бала булып, 1967 йылдың 11 июлендә донъяға килгән. Ул һәр ваҡыт апайҙарынан үрнәк алған һәм һеңлеләренә, ҡустыларына терәк таяныс булған.
Минең әсәйем эшкә бик әүәҫ. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Үҙе телеңде йоторлоҡ тәмле-тәмле ризыҡтар бешерә. Шулай уҡ ул ҡышҡылыҡҡа йөн ойоҡтар, күҙҙең яуын алырлыҡ матур-матур түшәктәр бәйләй. Беҙҙе лә кес кенәнән эш һөйәр итеп тәрбиәләне.
Әсәйем Байназар балалар баҡсаһында тәрбиәсенең ярҙамсыһы булып эшләй, үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып башҡара. Ул һәр баланы ихлас күңелдән ярата һәм иртәләтә. Шуға күрә лә балалар менән бик тиҙ уртаҡ тел таба һәм балалар ҙа уға тартылып тора.
Әсәйем янымда булғанда минең өсөн барлыҡ ер шары йәмлерәк һәм йәнлерәк кеүек тойола. Иң мөһиме әсәй менән бергәләп тәмле ризыҡтар бешергәндә, төрлө-төрлө ҡул эштәре эшләгәндә, тап шул ваҡыттарҙа мин тоям әсә мөхәббәтен, наҙын һәм унан да изге хис булыуы мөмкин түгел! Әсәйемдең ҡосағында иркәләнеп, уның изге уй-теләктәрен тыңлауы минең өсөн иң ҙур бәхет!
Әсәйемә матур байрам уңайынан йылы һүҙҙәремде еткерәм. Рәхмәт, әсәй, һиңә барыһы өсөн! Һинһеҙ, һинең йылы ҡараштарһыҙ, аҡыллы кәңәштәрһеҙ мин был донъямды күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һинең һәр һүҙең миңә ҡәҙерле. Кәңәштәрең - ярҙамсы тормош юлымда. Тик һинең тәрбиәң генә беҙҙе аҡыллы, ихлас күңелле, ғәҙел итеп яралтҡандыр. Һин иң ҙур бәхеткә лайыҡ кеше. Һинең ҡыуаныстан йылмайыуыңды, шатлыҡ осҡондары сәсеп торған күҙҙәреңде күреү, шат тауышыңды ишетеү – минең өсөн оло бәхет!
Байрамың менән,әсәкәйем!
Читайте нас: