Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ноябрь 2019, 13:15

ӨЙӨБӨҘ ЙӘМЕ

Әсәкәйем! Рәхмәт ҺиңәЙәшәү бүләк иткәнгә,Төн йоҡоһон йоҡламай,Мине наҙлап көткәнгә.

Әсәкәйем! Рәхмәт Һиңә
Йәшәү бүләк иткәнгә,
Төн йоҡоһон йоҡламай,
Мине наҙлап көткәнгә.
Ҡошсоғом, ҡолонсағым, тип
Көн дә арҡамдан һөйә,
Минең өсөн һәр ваҡыт
Йөрәк йылыһын бүлә.
Изгеләрҙән-изге Әсәйем -
Һин бит өйөбөҙ йәме!
Ҡояш ғүмере теләйем,
Һәр саҡ көлөп тор, йәме.
Әсәйҙәр! Һеҙ булғанға,
Бөтә донъя нур сәсә
Ер йөҙөндә һәр балаға
Иң ҡәҙерлеһе - ӘСӘ!!!
Читайте нас: