Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ноябрь 2019, 11:34

КӨНДӘРЕҢ ШАТЛЫҠ МЕНӘН ҮТҺЕН, ӘСӘЙ!

Әсәй! Был һүҙҙе ишеткәс күңелдә шундай яҡтылыҡ, яғымлылыҡ, йылылыҡ балҡый. Әсәй бит ул иң яҡын кеше. Ул һәр бер ҡыйынлыҡтарҙа һиңә ярҙам итеп, йыуатыр. Ҡапыл ауырып киткән саҡтарҙа үҙенең йылы, йомшаҡ ҡулдары менән ҡосағына алһа, ауырығаның бөтөп киткән һымаҡ була.

Әсәй! Был һүҙҙе ишеткәс күңелдә шундай яҡтылыҡ, яғымлылыҡ, йылылыҡ балҡый. Әсәй бит ул иң яҡын кеше. Ул һәр бер ҡыйынлыҡтарҙа һиңә ярҙам итеп, йыуатыр. Ҡапыл ауырып киткән саҡтарҙа үҙенең йылы, йомшаҡ ҡулдары менән ҡосағына алһа, ауырығаның бөтөп киткән һымаҡ була. Яғымлы ҡарашы менән, йомшаҡ һүҙҙәр әйтеп йыуатыуҙары бәләкәс кенә йөрәгемә йылылыҡ өҫтәгәндәй. Юҡҡа ғына ла бит халҡым ижадында изге йән эйәләре тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр уйлап сығарылмаған. Шуларҙың береһе - "Әсә йөрәге бала тип өҙөлөр".
Минең әсәйемдең исеме Йәмилә. Ул Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Иҫке Монасип ауылына килен булып төшә. Беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур: әсәйем, атайым, апайым, ағайым, ике ҡустым, ике һеңлем һәм мин. Бәләкәй һеңлем менән ҡустым игеҙәктәр. Әсәйем дә 9 балалы ҙур ғаиләлә үҫә. Әсәйем беҙгә тәмле аштар, тәмлекәстәр бешерә. Беҙҙе ауырлыҡтарға бирешмәй, дөрөҫ йәшәргә, көслө булырға өйрәтә. Атайым менән әсәйем мал, ҡош-ҡорт көтәләр. Һәр йыл һайын беҙҙе йәйләүгә ҡымыҙ бешергә алып йөрөй. Әсәйем иртәнсәк сығып китә лә кискеһен генә ҡайта. Уның ҡайтыуына беҙ баҡса, мал-тыуар ҡарап, донъя көтөп, өҫтәл әҙерләп көтөп кенә торабыҙ. Ҡырҙан килгән кешеләр ҡымыҙ бешкәнде фотоға ла төшөрөп китәләр.
Беҙ әсәйебеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ!
Әсәй, көндәрең шатлыҡ менән үтһен. Ҡайғы хәсрәт күрмәй, ауырымай, беҙгә терәк булып, атай менән бергә-бергә һандуғастар кеүек һайрашып йәшәгеҙ. Әсәйемә арнап мин дә шиғыр сығарҙым:
ӘСӘЙЕМӘ
Һинең яғымлы ҡулдарың,
Беҙҙе иркәләп ярата.
Ни тиһәктә һиңә, әсәй,
Ҡоштар йырлап маташа!
Читайте нас: