Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ноябрь 2019, 17:04

ҺИН БУЛҒАНДА, ӘСӘЙ, ДОНЪЯ ЙӘМЛЕ

Алтындан ҡиммәтерәк нәмә юҡ, тиҙәр. Был һүҙҙәр тураһында уйлайым да аптырауға ҡалам: нисек инде юҡ ул?! Донъяла иң ҡиммәтле нәмә, юҡ, нәмә түгел, кем икәнен беләһегеҙме? Ә мин беләм: ул – әсәй! Минең ҡәҙерле әсәйем...

Алтындан ҡиммәтерәк нәмә юҡ, тиҙәр. Был һүҙҙәр тураһында уйлайым да аптырауға ҡалам: нисек инде юҡ ул?! Донъяла иң ҡиммәтле нәмә, юҡ, нәмә түгел, кем икәнен беләһегеҙме? Ә мин беләм: ул – әсәй! Минең ҡәҙерле әсәйем...
Әсә! Ниндәй матур, яғымлы, наҙлы, йылы һәм, иң мөһиме, кәрәкле һүҙ... Бар ғаләмдә әсәйҙәргә тиң кеше юҡтыр. Әсәйҙәрһеҙ бит был донъяны күҙ алдына килтереп тә булмай, сөнки ул – һәр баланың, кешенең күңел ҡояшы, йөрәк тибеше, йәшәр һулышы. Уны бер нисек тә, бер ҡасан да, бер кем менән дә алмаштырып булмай. Әсәнең иң ҙур һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә – бала. Уларҙың араһында берәүгә лә аңлама алмаҫлыҡ нескә бәйләнеш, изге, яҡты мөнәсәбәттәр генә яралған...
Һәр береһенә, әлбиттә, үҙ әсәһе иң яҡыны, иң кәрәклеһе, иң яҡшыһы һәм матуры була. Минең дә йөрәгемдә, күңел түремдә әсәйем, ҡәҙерлем төп урын алып тора. Шуның өсөн артабанғы һүҙем уның турала булыр...
Әсәйем, Алтынбаева Рима Мортаҙа ҡыҙы, 1965 йылдың 1 сентябрендә Бөрйән районы Тимер ауылында Мортаҙа һәм Йәмилә Аллабирҙиндәр ғаиләһендә 8-се бала булып доньяға килә. Бала саҡтан уҡ өләсәйемдең аҡыллы кәңәштәрен тыңлап, ул аңлатҡан бар эштең мәғәнәһенә, эшләнешенә төшөнөп, бөтә нәмәгә лә әүәҫ булып үҫә. 1982 йылда Иҫке Монасип ауылы мәктәбендә 10-сы синыфты тамамлай. Артабан “Ҡарағол” йәштәр фермаһында һауынсы булып эшләй. Ҡырмыҫҡалы профессиональ-техник училищеһына уҡырға инә һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә ”Йоматау” техникумында ла белем ала.1985 йылда Бөрйән СХП торговый базала бухгалтер була. Агроснаб асылғас, экономист булып эш башлай һәм ошо вазифаны 1995-се йылға тиклем ҡалдырмай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, 1987-се йылда Байназар ауылы егете Алтынбаев Ғилман Ғәйнетдин улы менән яҙмышын бәйләй. Уның менән матур ғаилә ҡоралар, өс балаға ғүмер биреп, һәр береһен наҙға, йылылыҡҡа, һөйөүгә уратып үҫтерәләр.
Беҙҙең йортобоҙҙа, ысынлап та, тик мөхәббәт йәшәй. Өйөбөҙҙөң тышын атайым биҙәһә, эсе әсәйемдең бөхтә, уңған ҡулдарында тора. “Егәрленең ҡулы етәү,” – ти башҡорт мәҡәле. Был мәҡәл тап минең әсәйем тураһында әйтелгән кеүек. Әсәйемдең был донъяла белмәгән эше юҡ! Уның алтын ҡулдарына, тәмле-тәмле аш-һыуҙарына, тегелгән, сигелгән, бәйләнгән әйбәрҙәренә, үҫтергән хуш еҫле гөл-сәскәләренә һоҡланмайынса булмай. Бөгөнгө көндә әсәйемдең ниндәй генә ҡул эштәре юҡ: орсоғо бер ҡасан да буш тормай. Ҡышын дебеттән генә торған ойоҡ-бейәләйҙәре менән ҡыуандырһа, йәйен төрлө туҡымаларҙан торған сағыу ҡорама эшләп ҡуя. Уларҙың һәр береһенә ул бар көсөн, күңел наҙын һәм йылыһын һалып эшләй. Уның иҫ киткес тырышлығы өсөн беҙҙең өй һәр ваҡыт матур һәм таҙа ғына түгел, ә йылы ла, йәмле лә. Йыр-моңға, бейеүгә оҫта әсәйем фольклор ансамбленә лә йөрөй.
Әсәйемде йылы һүҙле, алсаҡ йөҙлө егәрле булғаны өсөн барыһы ла ярата. Мин дә әсәйемдән бик күп ҡул эштәренә өйрәндем. Ул һәр саҡ “Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн” тигән мәҡәлде ҡабатларға ярата. Ҡәҙерлемдең һәр кәңәше – минең өсөн тормош һабағы.
Яратҡаным минең, һиңә ни тиклем яғымлы һүҙҙәр әйтһәм дә әҙ булыр кеүек, сөнки һиңә булған хис-тойғоларымды дәфтәр битенә генә һыймаясаҡ. Һин – беҙҙең йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе. Беҙ һинең булмышың менән генә йәшәйбеҙ. Ауырыу-һыҙланыу күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә.
Беләк талып, күпме һыҙланһаң ла,
Һис талмаған оло йөрәгең.
Беҙгә булған ҡайнар мөхәббәтте
Онотмамын бер ҙә, ҡәҙерлем!
Читайте нас: