Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ноябрь 2019, 14:12

МИНЕҢ ӘСӘЙЕМ

Әсәй! Донъяла иң сибәре, иң һылыуы - ул әсәй. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да булып тора. Бер әсә лә үҙ балаһына насарлыҡ теләй тип уйламайым, сөнки кескәй балаларҙың беренсе һүҙе - әсәй булып тора.

Әсәй! Донъяла иң сибәре, иң һылыуы - ул әсәй. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да булып тора. Бер әсә лә үҙ балаһына насарлыҡ теләй тип уйламайым, сөнки кескәй балаларҙың беренсе һүҙе - әсәй булып тора. Әсә кешенең йомшаҡ ҡулдарын, яғымлы һүҙҙәрен, серле ҡарашын бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Әсә - ул донъяла иң яҡшы кеше.
Минең әсәйем – Айытбаева Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы. Ул 1983 йылдың 15 декабрендә Байназар ауылында донъяға килгән. Ғаиләһендә улар ике ҡыҙ һәм бер малай үҫәләр. Өләсәйем менән олатайым ике ҡыҙын да уҡытыусы һөнәренә уҡытҡан. Әсәйем туғыҙынсы кластан һуң Сибай педагогия колледжында уҡый. 2004 йылда уҡып бөткәс, тәүге хеҙмәт юлын Ҡурғашлы ауылы мәктәбендә башлай. 15 йыл әсәйем уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып арымай-талмай эшен дауам итә. Бөгөнгө көндә ул Байназар урта мәктәбендә инглиз теленән балаларға белем бирә. Шулай уҡ мәктәптә психолог һөнәрен дә алып бара. 9 класс уҡыусыларының класс етәксеһе лә.
Әсәйем бик ныҡ гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙөң һәр бер өҫтәлендә, кәштәһендә гөл үҫеп ултыра. Бер буш урын булһа, күп кенә ваҡыт та үтмәй, унда ла гөл килеп ултырыуы мөмкин. Сөнки әсәйем ныҡ гөлдәр ярата, өйөбөҙҙөң эсе йәмлерәк, матурыраҡ булһын, ти ул.
Әсәйем шулай уҡ йыр-моң тыңларға һәм йырларға ярата. Уның яратҡан ғына йырсылары ла бар. Фәиз Юмалин һәм Таһир Әсәҙуллиндарҙың йырҙарын айырыуса күп тыңлай. Мин дә уның кеүек йәш башҡорт йырсыларының йырҙарын тыңлайым.
Спорт та әсәйемдең яратҡан өлкәһе. Мәктәп йылдарынан алып ул волейбол, еңел атлетика менән яҡындан дуҫ тип әйтә алам. Бөгөн дә мәктәптә, районда үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Ҡустым менән икебеҙгә дәрес әҙерләүҙә әсәйем бик ярҙам итә. Кис ултырып күмәкләшеп әҙәби китаптар уҡыйбыҙ, төрлө гәзит-журналдарҙа сыҡҡан кроссвордтарҙы сисергә лә ваҡыт табабыҙ. Мин үҙ башҡорт телем менән бер рәттән инглиз телен дә ныҡлы үҙләштерергә тырышам. Бында ла әсәйемдең өлөшө ныҡ ҙур, тип уйлайым. Ул миңә ваҡыт табып, сит телде үҙләштерергә ярҙам итә.
Мин шул тиклем бәхетлемен, сөнки әсәйем миңә был донъяла ғүмер биргән. Әсәй эргәлә булһа, шул хәтлем рәхәт.
Дуҫтар, әсәйҙәрҙе хөрмәт итәйек һәм уларға ярҙамға әҙер торайыҡ.
ӘСӘЙЕМ
Донъяла иң матур кеше -
Тик әсәй генә.
Дөрөҫ кәңәш биреүсе -
Бер әсәй генә.
Бала күңелдәре һәр саҡ
Әсәйҙәр йөрәгендә.
Ә әсәйҙәр һәр саҡ булһын
Балалар ғүмерендә.
***
Егәрле минең әсәйем,
Өлгөрә бөтә эшкә.
Алтын ҡулдары менән
Тәмле аштар бешерә.
Иң сибәре, иң һылыуы,
Ул бит минең әсәйем.
Ғаиләмдә кәңәш биреүсе
Ул бит минең әсәйем.
Өйөбөҙҙөң нуры булып,
Оҙаҡ йәшә, әсәйем.
Һиңә Урал тауҙарындай
Ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: