Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель 2019, 12:16

Конкурста ҡатнашығыҙ!

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “ГСВГ (группа советских войск в Германии – Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө) – Еңеү вариҫы!” район иншалар һәм һүрәттәр конкурсы иғлан ителә.

Конкурста 7-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша, улар ике төркөмгә бүленә: 1-се йәш төркөмөндә – 7,8,9-сы кластар, 2-се йәш төркөмөндә – 10, 11-се кластар.
Конкурс 3 этапта үткәрелә: 1-се этап - 27 марттан 25 апрелгәсә – мәктәптәрҙә, 2-се этап – 6 майҙан 15 майғаса – иң яҡшы эштәрҙе һайлап алыу. Еңеүселәрҙе билдәләү 20 майғаса, еңеүсе һәм призерҙарҙы иғлан итеү – 24 майҙа.
Конкурс эштәренең жанрҙары: иншалар өсөн (хикәйә, хат, очерк), һүрәт өсөн (баталь һуғыш һәм хәрби тормошҡа бағышланған ИЗО жанры). Башҡарыу техникаһы (ҡәләм, акварель, гуашь, фреска, компьютер графикаһы).
Эштәр [email protected] адресы буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас: